Был транспорт артерияһы аша индерелгән нәмәләр ҡала халҡы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек күләмдә булмай. Һөҙөмтәлә Ленинградта башланған аслыҡ, ҡыштың айырыуса сасҡау булыуы, транспорт һәм йылытыу системаһындағы проблемалар халыҡ араһында йөҙҙәрсә мең кешенең үлеүенә килтерә.
1943 йылдың ғинуарында Ленинград блокадаһы өҙөлгәндән һуң да дошман ғәскәре һәм флоты уны 1944 йылдың ғинуарына тиклем ҡамауҙа тота. 1944 йылдың ғинуар — февралендә совет ғәскәрҙәре Ленинград-Новгород операцияһын үткәрә, һөҙөмтәлә дошман ҡаланың көньяҡ сигенән 220—280 километрға сигенергә мәжбүр була. 1944 йылдың июнь — авгусында совет ғәскәрҙәре Балтик флоты һәм авиация ярҙамында Выборг һәм Свирск-Петрозаводск операциялары үткәрә, 20 июндә — Выборгты, ә 28 июндә Петрозаводскты ала. 1944 йылдың сентябрендә Гогланд утрауы азат ителә. Диңгеҙ юлы миналар менән уратып алынғанлыҡтан, уның аша ҡалаға 1946 йылда ғына үтеү мөмкин була.
1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында блокадалағы Ленинградты һаҡлаусылар күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн аҫырай, СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майындағы указына ярашлы, Ленинградҡа "Герой-ҡала" исеме бирелә.
Фото: bshki-sof-yalta.com