-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
30 Ғинуар , 15:00

Һәнәк ағайҙы ҡотланыҡ

Ошо көндәрҙә республиканың Милли музейының филиалы – Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Марсель Сәлимов ағайыбыҙҙың күркәм юбилей кисәһендә шаярып-көлөп, рәхәтләнеп күңел асып ҡайттыҡ әле.

Һәнәк ағайҙы ҡотланыҡ
Һәнәк ағайҙы ҡотланыҡ

“Әйттем – бөттө!” тип исемләнгән осрашыу юморға, нәфис һүҙгә, йылы аралашыуға, ҡыҙыҡлы хәтирәләргә һәм йыр-моңға бик бай булды. Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре яҙыусының ижады һәм тормош юлына бағышланған фәһемле күргәҙмә ойоштороп, матур байрам программаһы әҙерләгән. Кисә экранда сатириктың эксклюзив бүләктәре, ҡулъяҙмалары, китаптары, фотоһүрәттәрен күрһәтеү менән үрелеп барҙы. Яҙыусы уларҙың һәр ҡайһыһына аңлатма биреп, үткәндәренең гүзәл миҙгелдәре хаҡында бәйән итте.

“Уның кеүек оҫта итеп кешенән көлә белмәйем” –  Мостай Кәрим Марсель Сәлимов хаҡында шулай тигән. Оло әҙиптең сатириктың алтын юбилейында 25 йыл элек әйткән һүҙҙәре, һәммәбеҙҙә бер аҙ моңһоу йылмайыу уятты. Ә бына Рауил Бикбаев Марсель Сәлимовты “мәшһүр көлдөрөүсебеҙ” тип атаған – экранда күрһәтелгән 60 йәшендәге юбилей сараһы ла алҡыштарға күмелде.

Эйе, сатирик-көлдөрөүсе, тормоштоң етешһеҙ яҡтарынан оҫта итеп көлә белеүсе. Ләкин көлдөрөп һәм көлөп-йылмайып ҡына йөрөүсе һүҙ оҫталарының яҙмышы ябай түгел, сөнки уҫал көлөү бөтәһенә лә оҡшап та етмәҫкә мөмкин. Марсель Сәлимов шул ыңғайҙан музейҙағы күргәҙмәнән ҡасандыр уның көлдөрөүен оҡшатмаусылар тарафынан йыртылған таныҡлығын да алып күрһәтте.

Әлбиттә, элеккене генә иҫкә алып ултырманыҡ, “тере сығыштар” ҙә бик куп булды. Юбилярҙы хөрмәтләп килгән дуҫтары, ижадташтары, хеҙмәттәштәре, уның ижадын һөйөүселәр – һәммәле лә ҡотлау теләктәрен еткерергә тырышты. Ҡунаҡтар барыһы ла юбилярҙың үткер ҡәләмле, үҙе оптимист, тынғыһыҙ йәнле, оҫта телле шәхес булыуын билдәләне.

Байрам кисәһенда ауыҙ йырып ҡына ултырманыҡ, ә Марсель ағайҙың һүҙҙәренә яҙылған матур йырҙар ҙа тыңланыҡ.

Фото: https://vk.com/shagitkhudaiberdin

Һәнәк ағайҙы ҡотланыҡ
Һәнәк ағайҙы ҡотланыҡ
Автор:
Читайте нас: