+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
2 Февраль , 11:00

200 көн дауам иткән һуғыш

Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немецтарҙы ҡыйратҡан көнө (1943 йыл) Рәсәйҙә йыл һайын 2 февралдә билдәләнә.

200 көн дауам иткән һуғыш
200 көн дауам иткән һуғыш
Фашистарҙың пландары – СССР-ҙың көньяғындағы совет ғәскәрҙәрен тар-мар итеп, Дон һәм Кубань райондарындағы бай ауыл хужалыҡтарына эйә булыу. Дүрт айҙан беҙҙекеләр дошмандың һөжүмен батырҙарса кире ҡаҡты. Совет ғәскәрҙәре Сталинград янында контр-һөжүмгә күсте. Һәр квартал өсөн алыш барҙы. 1943 йылдың 31 ғинуарында немец ғәскәрҙәренең төркөм командующийы Ф.Паулюс әсирлеккә бирелде. Сталинград өсөн барған 200 героик көн тарихҡа инде. Ҡаланы обороналағанда миллиондан ашыу совет һалдаты һәм офицеры һәләк булған, яраланған.
Ошо көндәрҙең иҫтәлеге булып, Сталинград һаҡсыларына арналған иң билдәле Мамай ҡурғанындағы "Тыуған ил – Әсә саҡыра!" монументы ҡуйылған.
 
Фото: flickr.com
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: