+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
7 Февраль , 10:00

7 февраль – Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына - 90 йыл

Бөгөн Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан Өфөлә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡаршыһында, уға һәйкәл асыла.

7 февраль – Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына - 90 йыл
7 февраль – Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына - 90 йыл

Монументтың авторы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков. Шулай уҡ, баш ҡалабыҙҙа Мортаза Рәхимов йәшәгән һәм эшләгән ике йортта – Энгельс һәм Беренсе май урамдарында мемориаль таҡтаташ асыу планлаштырыла. Республиканың барлыҡ мәктәптәрендә беренсе президенттың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған берҙәм тематик дәрес үткәрелә. Башҡортостан Фәндәр академияһы беренсе президент тураһында биографик энциклопедия әҙерләй. Тәүге экземплярҙары уның 90 йыллығына нәшер ителде. Ә мең китаптан торған тираждың беренсе партияһын 2024 йылдың икенсе кварталында баҫтырып сығарыу күҙаллана.

Мортаза Рәхимовтың тыуған төйәгендә – Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында уның музейы ойошторола. Экспозицияны ауыл китапханаһында асыу планлаштырылған. Бынан тыш, юбилей саралары сиктәрендә уҡыусылар араһында «Рәхимов уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы, хоккей буйынса ярыштар һәм башҡа саралар көтөлә.

Фото: ufa1.ru

Автор:
Читайте нас: