Лекциянан һуң бүлмәгә Фәрит килеп керҙе лә:
- Ғарипов, ҡайҙа, яҙған шиғырҙарыңды бир әле, – тине.
- Ниңә һуң ул һиңә, бер ҡат уҡып сыҡҡанһың бит...
- Ну, булһын, булһын, беҙҙең бүлмә малайҙары белмәй бит әле...
Мин бирҙем. Мин шулай малайҙарҙың ҡыҙыҡһыныуына шатланып бөтә алмайым. Шулай иптәштәргә күрһәтһәң, хаталар ҙа табыла. Береһе был ере, икенсеһе тағы берәй килешмәгән урынын табалар. Шуның өсөн мин был күрһәтмәләрҙе дөрөҫ табып бик файҙалы итеп һиҙәм.
Шиғырҙы үҙем уҡырға яратам мин. Түҙмәнем, бына 4-се – Фәриттәр бүлмәһенә үҙем индем.
- Һо, бабай, үҙе уҡыһын, үҙе!.. – тинеләр малайҙар. Бигерәк тә малайҙар мөхәббәт шиғырҙарын яраталар. Мин уҡыйым.
Мин шиғырҙарҙы уҡып сыҡҡас, һәр ваҡыт малайҙар: «Ниңә баҫтырырға бирмәйһең, яҡшы ғына бит. Бир һин баҫтырырға», – тиҙәр.
Бөгөн дә бына шуны ҡабатланылар.
- Минән башҡа ла баҫтырырға бит иҫәпһеҙ! Унда һәр сүп-сарҙы баҫа башлаһалар!.. – тип ҡуям мин.
- Ә һинеке сүп-сар түгел бит, бик яҡшы...
- Юҡ шул. Киҫәрҙән алда ҡырҡ ҡабат үлсәргә кәрәк бит әле уны.
- Вот бына шул-шул... Әле миңә өйрәнергә, көс түгергә кәрәк. Баҫырға ваҡыт етер. Бәлки, баҫылыр ҙа...
- Эй, баҫылмай әллә! Барыуыр, бабай, һин шағир инде.
- Юҡ, шул, балаҡайҙар, шиғырҙы «шиғырҙан», шағирҙы «шағирҙан» айыра белергә кәрәк. Шағир булыу өсөн хеҙмәт кәрәк. Шиғыр яҙыу менән генә шағир булып булмай. Шағир тик үҙенең шиғыр тип аталырлыҡ нәмәһе менән генә шағир булырға мөмкин.
Малайҙар минең был һүҙҙәрҙән ғәжәпләнеп:
- Оһо, бабай, әллә нәмәләр уйлап сығара тағы!
- Ҡаптырып ҡына ҡуя ул!.. Тиккә бабай түгел инде ул...
Малайҙар минең нисек яҙа башлауым һәм нисек яҙыуым менән ҡыҙыҡһыналар. Мин ҡыҫҡа ғына итеп «Уҡыйым, өйрәнәм, белергә тырышам», – тип яуап бирәм.
- Әйт әле, бабай, нисек һуң һин яҙа башланың?
Мин, ғәҙәттә, үҙем тураһында һөйләргә яратмаһам да, был һорауға яуап биреп, ҡыҫҡаса, өҫтән генә үҙемдең яҙа башлауымдың тарихын һөйләргә мәжбүр булам.
Мин бишенсе класта уҡый инем әле ул саҡта. Көндәрҙең береһендә әҙәбиәт уҡытыусыһы инша яҙыу өсөн «Айлы төн» темаһын биреп, өйҙә яҙып килергә ҡушты. Тоттом да «Айлы төн»дө шиғыр итеп яҙҙым. Был шиғыр инде бик зәғиф, аҡһаҡ, тик рифмалары булған ябай һөйләмдәрҙән генә тора ине. Шулай ҙа үҙ хеҙмәтең, көсөң бит. Быны яҙып бөткәс тә шул тиклем шатланғанымды мин әйтеп тә килештерә алмайым. Инәйем иҙән йыуып йөрөй . Өҫтәлде, ултырғыстарҙы һике өҫтөнә ултыртҡан да бик ашығып йыуа ине. Мин өҫтәл өҫтөндә ултырам. Ҡағыҙ киҫәгенә бик бирелеп яҙам. Уҡып ҡарайым – килешмәгән кеүек, һыҙып ташлайым. Тағы уҡып ҡарайым, тағы һыҙам. Өс куплет әйбер өсөн биш бит ҡағыҙ сыбарланды. Бына иң һуңғыһы... Ниндәй шатлыҡ, ниндәй ҡыуаныс, ниндәй «хеҙмәт»! Минең шатлығым үҙемдә генә һыйып ҡала алманы. Өҫтәл өҫтөнән нисек ырғып китеп, иҙәндә ултырған һыу меән туп-тулы тасҡа килеп төшөүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым... Һыу сәселеп, иҙәнгә түгелеп китте!.. Инәйем бик зәһәрләнеп:
- Тилерҙеңме әллә һин, шайтан! – тип екеренде лә ҙу-у-р бысраҡ йыуғысы менән йығылғансы биткә һуғып ебәрҙе... Мин тағы ла «өлөш» төшмәһен тип, ялан аяҡ тышҡа атылып сығып киттем. Тышта ҡар яуа. Күңел шундай шатлыҡ менән тулғанлыҡтан аяҡты иҫкә лә алмай, ҡағыҙ киҫәген ҡулда тотоп, нишләргә белә алмай ҡарҙа баҫып тора инем, ҡапыл ишектән инәй килеп сыҡты ла:
– Тиҙ кер, тиҙ!.. – тип ҡысҡырҙы. Мине тотоп алырға ла өлгөрмәне, мин уның ҡулы аҫтынан ялт итеп өйгә атылдым. Хәҙер ни булыр – көтәм.
– Эй, елғыуар шайтан!.. – тип, инәй көлөп килеп кереүгә өҫтөмдән әллә ниндәй йөк алып ташланған кеүек булды.
- Инәй, асыуланма инде, бына Туҡай кеүек шиғыр яҙҙым... – тип мин инәйҙең күҙҙәренә ҡараным.
Мин дәртләнеп уҡырға керештем. Уҡып бөткәс, инәйем:
- Шулай яҙғас, тасҡа һикерәләрме һуң инде, – тине лә үҙемде иҙән йыуырға ҡушты. Бейеп кенә йөрөй «шағир» абзыйың!
Инәй башҡа асыуланманы. Сөнки ул үҙе лә шиғырҙы ярата ине. Мине уҡытҡан саҡта (әле унда миңә 5 йәш булып) Туҡайҙың «Ҡара таҡта алдында», «Аҡбай» шиғырҙарын миңә бик ятлатырға тырыша ине. Мин уҡырға тиҙ өйрәндем. Теге шиғыр яҙғандың икенсе көнөн мәктәпкә бик иртә, таң алдынан уҡ килдем. Әле Сәмси әбейҙәр яңы мейескә яғып йөрөйҙәр ине.
- Ни эшләп йөрөйһөң, төн пәрейе? – тип һораны Сәмси әбей (сторожиха).
Мин өндәшмәнем. «Тик»тән башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәнем.Уҡыу башланғансы миңә бер йыл үткән кеүек тойолдо. Теге шиғырҙы яҙма дәфтәренә күсереп тә ҡуйғайным инде мин.
Икенсе көндө инәйгә дәфтәрҙе күрһәттем. «Отлично» тигән һүҙҙе күргәс , ул «Эй шайтаным!..» – тип күкрәгенә ҡыҫты.
Инәйем минең яҡын бер апай кешегә оҡшай ине. Беҙҙең менән уйнай, көлә. Рауилде, Уралды (энеләрем) уҡырға өйрәтә.
Бына шунан алып мин шиғырҙар яҙа башланым. Төндәр буйы ултырам. Ләкин инәй асыулана башлай. «Ят инде, ят, кәрәсин әрәм итеп ултырма», – тип екеренә башлай. Мин шәмде әкрен генә мейес башына алып менәм дә, инәйгә яҡтыһы күренмәһен өсөн инәйҙең шәлен шаршау итеп ҡуям. Һелкеүесте өҫтәл итәм. Төн минеке!..
Малайҙар мине иғтибар менән тыңланылар. Ә мин эстән шулай минең менән ҡыҙыҡһыныуҙарына шатланып бөтә алмайым."
https://yanshishma.com/articles/s-m-tele-s-s-n-tele-/2021-02-09/r-mi-aripovty-t-ge-shi-yryn-ya-yuy-tura-ynda-yl-g-ne-1199894