Уларға хистәрҙе белдереү өсөн уңайлы был көн. Шулай ҙа ғаилә ҡорған ир менән ҡатын араһында ла бер-береһенә ҡарата иғтибарлылыҡты арттырған, бүләк йәки көтөлмәгән сюрприз әҙерләгән парҙар юҡ түгел.
Мөхәббәтте нисек теләйһең, шулай аңлатырға була. Уны һүҙ менән ябай итеп әйтһәң дә, төрлө ысул ярҙамында аңлатһаң да, асылы бер үк. Иң мөһиме, ҡоро һүҙҙәр булмаһын! Күберәк яратығыҙ һәм яратылып йәшәргә яҙһын барыбыҙға ла!
Ғашиҡтар көнө менән, йәмәғәт!
Фото: ulovist.ru