Теракттан зыян күргән концерт залы СССР-ҙың халыҡ артисы Мөслим Магомаев исемен йөрөткән булған. Уның күренекле “Торналар” йырын ишетмәгән, белмәгән кеше юҡтыр. Ул һуғышта һәләк булған һалдаттарҙың рухына баллада. Мәрхүмдәрҙең рухы торналарға әйләнеп осоп китә. Йырҙың төп маҡсаты – өмөт һәм үлемһеҙлек. Иҫтәлек йәшәгәндә уларҙың йәне лә йәшәйәсәк.
Был акцияға теләгән һәр беребеҙ ҡушыла ала. Ҡағыҙҙан торна яһап йә иһә һүрәтен төшөрөп, уны социаль селтәрҙәрҙә һалырға кәрәк. Йә иһә үҙегеҙҙең аватарығыҙға торна һүрәте ҡуйырға мөмкин.
Фото: e1.ru