+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
10 Апрель , 08:00

Радий ХӘБИРОВ: Йортоғоҙҙа һәр саҡ татыулыҡ һәм муллыҡ булһын!

Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары! Һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм исламдың төп байрамдарының береһе Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!Беҙ уны изге доғалар менән ҡаршы алабыҙ, ҡунаҡ саҡырабыҙ, туғандар һәм яҡындар хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ, мохтаждарға ярҙам ҡулын һуҙабыҙ. Был яҡты байрам изгелек һәм мәрхәмәтлелекте кәүҙәләндерә, төрлө дин тотоусы кешеләр йөрәгендә йылы хистәр уята.

Радий ХӘБИРОВ: Йортоғоҙҙа һәр саҡ татыулыҡ һәм муллыҡ булһын!
Радий ХӘБИРОВ: Йортоғоҙҙа һәр саҡ татыулыҡ һәм муллыҡ булһын!

Быйыл мосолмандарҙың ураҙаһы һәм православие динендәге христиандарҙың посы ваҡытында Мәскәү өлкәһендә бөтә илде шаңҡытҡан ҡот осҡос фажиғә булды. Был ҡанлы енәйәтте ҡылған террорсыларҙың емергес идеологияһы менән традицион ислам донъяһы һәм руханиҙары тиҫтәләрсә йылдар көрәш алып бара. Ҡурҡыныс дошман ҡотҡо һалырға, күп милләтле йәмғиәтебеҙҙә араны болартырға тырышты, әммә беҙ киреһенсә,
берҙәмлекте һаҡлап, был яуызлыҡты еңергә ант иттек.
Республикабыҙҙың мосолман өммәте башҡа дин вәкилдәре менән милләт-ара һәм дини-ара татыулыҡты нығытыуға ҙур өлөш индерә. Руханиҙар, диндарҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә, яңы Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе зыян күргән кешеләргә, Палестина халҡына ҙур ярҙам күрһәтә. Бергә Ватаныбыҙҙы, традицион рухи ҡиммәттәребеҙҙе яҡларбыҙ, берҙәмлекте, татыулыҡты һаҡларбыҙ.
Изге Ураҙа байрамы көнөндә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек теләйем! Йортоғоҙҙа һәр саҡ татыулыҡ һәм муллыҡ булһын!

 

Автор:
Читайте нас: