+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҙыусылар союзының 90 йыллығы ла билдәләнә

II "Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн 164 нәшриәт теләк белдергән. Былтырғыһында 73 ине.

Яҙыусылар союзының 90 йыллығы ла билдәләнә
Яҙыусылар союзының 90 йыллығы ла билдәләнә

Тимәк, Өфөнөң Совет майҙанында 24 - 26 майҙа үтәсәк байрам тағы ла күберәк ҡунаҡтарҙы йәлеп итәсәк. Йәрминкә көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем эшләйәсәк.

Шуныһы ла мөһим: "Китап-байрам" барышында Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының 90 йыллығына арналған саралар ҙа уҙасаҡ. Эшлекле программала - Рәсәй Яҙыусылар берлегенең "Халыҡтар дуҫлығы - әҙәбиәттәр дуҫлығы" тип аталған күсмә пленумы. Унда ил төбәктәренән 30 яҙыусы ҡатнашасаҡ.

Эльвира Әсәҙуллина.

Фото: catherineasquithgallery.com

Автор:
Читайте нас: