-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Һуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырау

Бөгөн республика мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырауҙар сыңлай. Ҡәҙерле сығарылыш синыфы уҡыусылары! Бөгөн һеҙгә күңелле лә моңһоу ҙа, сөнки был көн башҡа бер тапҡыр ҙа ҡабатланмаясаҡ. Ҡанат ҡаҡҡан ҡоштар һымаҡ ояғыҙҙан осорға әҙерләндегеҙ. Мәктәптә күп белем-тәжрибә туплаһағыҙ ҙа, атай-әсәйҙәр һәм уҡытыусылар ҡанаттары нығынып еттеме, яңғыҙ осҡанда талмаҫмы икән, тип әле булһа тулҡынлана. Ә алда һеҙҙе яҡты киләсәк, өмөттәр, һынауҙар, төҫлө хыялдар көтә. Аҡ юл һеҙгә, балалар!

Һуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырау
Һуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырау

"Хуш мәктәбем, һау бул, бала сағым!"
Ҡыңғырауҙар һибә һағышын...
Мәңге хәтеремдә уй(ы)лып ҡалыр
Уҡытыусым, йырлы тауышың.

Дан-дәрәжә көтмәй, сабыр ғына
Атҡараһың бөйөк эшеңде:
Күңел ҡояшынан нурҙар һибеп
Үҫтерәһең илгә Кешене!

Аҡыл, ғилем биреп етәкләйһең
Уҡыусыңды тормош юлынан,
Мәктәп йылдарында күпме бала
Ялҡын алған йөрәк йылыңдан!

Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡабул итсе!
Ихтирамға лайыҡ ғүмерең!
Хоҙай тарафынан яҙған һиңә
Уҡытыусы тигән, һөнәрең...

Минира БИКӘНӘСОВА.

Фото: catalog-photo.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: