Бик боронғо һөнәр ул. Әллә ҡасанғы быуаттарҙа уҡ йәш быуынға әҙәбиәт уҡытҡандар. Әлбиттә, сит ил телдәрен дә өйрәткәндәр. Беҙҙә, йәғни башҡорттарҙа, ғәрәп, фарсы, рус, ҡытай телдәрен яҡшы белеүселәр күп булған. Рәсәй империяһында (батшалығында) һарайҙарҙа француз, немец телдәре популяр булған.
Филологтар төрлө йүнәлештә эшләй ала. Мәктәптә тел һәм әҙәбиәт кенә уҡыталар икән тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Бөгөн иҡтисадтың һәр тармағында тиерлек диплом буйынса белеме филолог булғандарҙы һанап бөтөрөрлөк түгел.