Ул 1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуған. Атаһы улы Салауатҡа яҡшы белем һәм тәрбиә бирә, ул төрки һәм рус телдәрендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Салауат Юлаевтың әсәһе тураһында документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған, уның Аҙнабикә исемле икәне генә билдәле. Салауат 14 йәшлек үҫмер сағында уҡ айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына уны еңеп сыға алған. Егет шулай уҡ йырсы-импровизатор һәм ҡурайсы ла булған. 1773 - 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат атаһы Юлай Аҙналин менән бергә 25 йыл ғүмерен тотҡонлоҡта үткәреп, 46 йәшендә генә вафат була.
Уның исемен ҡала һәм район, спорт командалары йөрөтә. Уның тураһында фильмдар төшөрөлә, тиҫтәләгән фәнни эштәр, китаптар баҫыла, конференциялар үтә, махсус энциклопедияһы ла донъя күрҙе. Ә батырыбыҙға ҡуйылған һәйкәл Европала иң ҙурҙарҙан һанала. Уның янынан халыҡ бер ваҡытта ла өҙөлмәй. Эргәһендәге майҙан - баш ҡала халҡының да, килгән ҡунаҡтарҙың да иң яратҡан ял итеү урыны.
Фото: resbash.ru