-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
7 Октябрь , 11:00

7 октябрь — Халыҡ-ара табиптар көнө

Бөгөн — Халыҡ-ара табиптар көнө. Был байрамдың аныҡ датаһы юҡ. Ул октябрҙең тәүге дүшәмбеһендә билдәләнә. Рәсәйҙә илебеҙ байрамы: Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө нығыраҡ популярлыҡ менән файҙалана. Әммә уны табиптар ғына түгел, ә дауахана һәм поликлиника хеҙмәткәрҙәре лә билдәләй. Табиптар көнө иһә - тап юғары медицина белемле белгестәр байрамы.

7 октябрь — Халыҡ-ара табиптар көнө
7 октябрь — Халыҡ-ара табиптар көнө

Халыҡ-ара байрам 1971 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм «Сикһеҙ табиптар» халыҡ-ара медицина гуманитар ойошмаһы башланғысы менән бөтә донъя табиптарының теләктәшлек һәм әүҙем эш итеү көнө булараҡ ойошторола. Был байрамда ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, хәрби хәрәкәттәр зонаһына, эпидемияларҙы таратыу үҙәктәренә һәм кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн башҡа хәүефле урындарға юлланған медиктарҙы иҫкә алалар.

Фото: m.ok.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: