Улар “Мәғариф программаһы”номинацияһында иң яҡшылары тип танылды. "Проектты эшләүсе егет-ҡыҙҙар менән ғорурланам. Афариндар! Телевидениебыҙҙа иң сағыу һәм ҡыҙыҡлы тревел-шоу тип иҫәпләүемде бер ҡасан да йәшермәнем. Бына өс йыл инде Башҡортостан юлдаш телеканалы тапшырыуы республикабыҙҙың үҙенсәлекле тәбиғәте, төбәк халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн туристик маршруттар хаҡында һөйләй“, – ти яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.