-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
21 Ноябрь , 16:30

«Тыуған яғым булмаһа ла, һөйгән яғым – Илешем!»

Ошо көндәрҙә Илеш район үҙәк китапханаһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, сатира жанры оҫтаһы Марсель Сәлимов, шулай уҡ «Һәнәк» журналының баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов һәм журналдың художество мөхәррире Артур Василов менән осрашыу үтте.

«Тыуған яғым булмаһа ла, һөйгән яғым – Илешем!»
«Тыуған яғым булмаһа ла, һөйгән яғым – Илешем!»

"Һәнәк"те 1980-2010 йылдарҙа өс тиҫтә йыл буйы етәкләгән тере легендаға күптән әйләнгән баш мөхәррир Марсель Сәлимов – башҡорт, рус, татар, сыуаш, инглиз һәм болгар телдәрендә донъя күргән 55 китап авторы. Уның әҫәрҙәре 50-гә яҡын телгә тәржемә ителгән һәм Рәсәй, сит ил баҫмаларында донъя күргән. Марсель Шәйнур улы ҙур ижтимағи эш алып бара. Башҡортостан журналистикаһы ветерандары берләшмәһе советы рәйесе, БР Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, сатира һәм юмор секцияһы етәксеһе итеп һайланды.

“Тыуған яғым булмаһа ла, һөйгән яғым – Илешем!" тип аталған кисәгә китапханасылар, хеҙмәт ветерандары, "Илһам" әҙәби-музыкаль клубы, «Балҡыш» әҙәби берекмәһе ағзалары килде. Марсель Шәйнур улы Илеш районының хеҙмәт алдынғылары менән осрашыуҙар тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Дуҫтары – илештәр – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисовты һәм Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллинды айырыуса йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Осрашыуҙа сатирик һәм юморист Мар. Сәлим аудиторияға танылған илештәр менән фотолар күрһәтеп, ижади биографияһындағы иҫтәлекле  ваҡиғалар һәм дуҫтары менән осрашыу тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән, республиканың халыҡ артисы, Илеш һандуғасы Фәнүнә Сиражетдинова сығыш яһаған юбилей кисәһенең видеояҙмалары күрһәтелде. Кисәлә Илеш районының Мәҙәни ял үҙәге йырсылары Айгөл Хәсәнова, Гөлназ Нуриазданова башҡарыуында Марсель Сәлимов һүҙҙәренә йырҙар һәм «Илһам» әҙәби-музыкаль клубы ағзаһы Рәлиф Шәғәлиевтан юморисҡа арналған шиғырҙар яңғыраны.

Илеш районының Мәҙәни ял үҙәге етәксеһе урынбаҫары Әлфирә Вәлитова, Илеш районының почетлы гражданы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәһим Иҙрис улы Әйүпов, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы Рәмил Кәүсәр улы Нуретдинов, «Балҡыш» әҙәби берекмәһе етәксеһе Гөлфиә Сәлимова ҡунаҡтарға сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.

Тамашасылар иҫтәлеккә сатириктың автографлы китабы менән «Һәнәк» журналын алды. Залда рәссам-карикатурист Артур Василов ең һыҙғанып эшләне, «Һәнәк» журналына яҙылыусыларҙың матур итеп һүрәттәрен төшөрҙө. Сарала Марсель Сәлимовтың "Тыуған яғым булмаһа ла, һөйгән яғым – Илешем!" исемле китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо.

 

Сығанаҡ: https://ilish-cbs.bash.muzkult.ru/news/118979946

«Тыуған яғым булмаһа ла, һөйгән яғым – Илешем!»
«Тыуған яғым булмаһа ла, һөйгән яғым – Илешем!»
«Тыуған яғым булмаһа ла, һөйгән яғым – Илешем!»
«Тыуған яғым булмаһа ла, һөйгән яғым – Илешем!»
«Тыуған яғым булмаһа ла, һөйгән яғым – Илешем!»
Автор:
Читайте нас: