-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
6 Декабрь , 08:00

Бөгөн бик шәп кешенең тыуған көнө!

“Һәнәк” журналы редакцияһы коллективы исеменән баш мөхәрриребеҙ Илгиз Вәкил улы Ишбулатовты ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!Юғары вазифала эшләгән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул “Һәнәк”тең сифатын яҡшыртыу, уҡыусылар сафын арттырыу, баҫманың элекке абруйын ҡайтарыу йүнәлешендә бик күп тырышлыҡ һала. Коллектив исеменән Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәс ауылында тыуған Илгиз Вәкил улына Ирәндек тауындай бейеклектәр, Һаҡмар йылғаһындай оҙон ғүмер, Талҡаҫ күлендәй ижад киңлеге, министрҙыҡы кеүек эш хаҡы теләйбеҙ!

Бөгөн бик шәп кешенең тыуған көнө!
Бөгөн бик шәп кешенең тыуған көнө!

Илгиз Вәкил улы! Һөйөклө ҡатынығыҙ Гөлнар менән балаларығыҙ Айсулпан менән Илнарҙы үҙегеҙгә лайыҡлы алмаш һәм терәк итеп тәрбиәләүҙә уңыштар, бөтә маҡсаттарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Юмор һәм сатира беҙҙең
Әҙәбиәттең ҡото.
Шунда кәбән ҡоя Илгиз
Ҡулына ҺӘНӘК тотоп!

 

Автор:
Читайте нас: