Рәзинә Ғилман ҡыҙы — "Һәнәк"тең даими авторы ла. Уның ҡыҙыҡлы юморескаларын уҡыусыларыбыҙ көтөп ала. Ул тормоштағы мәрәкә һәм етешһеҙ яҡтарҙы күрә белә, уны ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп яҙырға ла булдыра. Сарала ҡатнашҡан "Һәнәк"тең баш мөхәррире, шағир Илгиз Ишбулатов һәм яуаплы сәркәтибе, сатирик Марат Әминев та үҙ сығыштарында ошо фекерҙе дәлилләне, яҙыусыға ҙур уңыштар, яңы ижади бейеклектәр теләне.
М. МӨХӘМӘТОВ.