-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
13 Декабрь , 14:10

Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезы үтә

Бөгөн, 13 декабрҙә, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы башланды. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм илдәрҙән 800-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Съезды үҙенең башҡортса сығышы менән Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев асты. Бишенсе ҡоролтайҙан һуң үткән биш йыл эсендә күп үҙгәрештәр, кисерештәр һәм көтөлмәгән хәлдәр булды, тип билдәләне ул.

Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезы үтә
Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезы үтә

«Бар донъяға таралған КОВИД бер-беребеҙ менән аралашыуҙы ҡырҡа сикләне. Махсус хәрби операция башланғас, бөтә Рәсәй халҡы, Бөйөк Ватан һуғышындағы кеүек тупланып, АҠШ һәм уның эйәрсендәре беҙгә ҡарата ҡулланған экономик санкцияларын уңышлы еңеп сығып киләбеҙ, Аллаға шөкөр! Был һынауҙарҙа беҙ яңғыҙ түгел. Ер йөҙөндә дуҫтарыбыҙ күп. Теләктәшлек итеүселәр ҙә етәрлек. Сөнки хаҡлыҡ беҙҙең яҡта: Украинала фашизмдың яңынан ҡотороуынан беҙ үҙебеҙҙең тарихи ерҙәребеҙҙе ҡурсалайбыҙ, шул төбәктә борондан йәшәгән туғандарыбыҙҙы яҡлайбыҙ. Махсус хәрби операцияны еңеү менән тамамларға илебеҙҙә мөмкинлектәр ҙә, ышаныс та ҙур», — тип билдәләне Ҡәҙим Аралбаев.

Ҡоролтай – халыҡҡа иң яҡын торған ижтимағи ойошма, тине Башҡортостандың халыҡ шағиры.

«Халҡыбыҙҙың йәшәү шарттары, хәл-әхүәле, кәйефе, күңел торошо – барыһы ла урындағы Ҡоролтайҙарҙың күҙ уңында, асыҡ һәм билдәле булырға тейеш. Туған тел, тарихи хәтер һәм йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү милләтебеҙҙең артабанғы үҫешен дә, ышаныслы киләсәген дә тәъмин итәсәк. Был тәңгәлдә дәүләт структуралары һәм барлыҡ йәмәғәт ойошмалары матди һәм рухи тормош йөгөн берҙәм, бер төптән тартһа, Башҡортостаныбыҙҙың алға барыуына, күп милләтле республикала татыу, тыныс һыйышып йәшәүгә лә ныҡлы нигеҙ буласаҡ», — тип билдәләне Ҡәҙим Аралбаев.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, башҡорт аҡһаҡалы тәбрикләү һүҙен шиғри юлдар менән йомғаҡланы:

Уралыбыҙ
Йәнбирҙе һәм Йәнбикәнән
Яралғанбыҙ,
Изге төйәгебеҙ тулып
Таралғанбыҙ.
Хоҙай насип иткән ерҙә 
Ырыҫлыбыҙ,
Урал — ожмах! Аллабыҙға 
Бурыслыбыҙ…
Ер йөҙөндә юғалманыҡ — 
Ырыулыбыҙ,
Яугирлыҡта уҡ-һаҙаҡтай 
Ҡороулыбыҙ.
Бер кемдә лә булмаған саз — 
Ҡурайлыбыҙ, 
Үҙе дәртле, үҙе моңло 
Ҡораллыбыҙ! 
Донъяларҙа — данлы башҡорт 
Атлыбыҙ,
Быуаттарҙы айҡар 
Салауатлыбыҙ! 
Беҙ — аҫаба! — ерле халыҡ
Затлыбыҙ, 
Имен тормош ҡормош илә 
Хаҡлыбыҙ. 
Ер йөҙөндә үткер, сәсән
Теллебеҙ, 
Башҡортостан тигән гүзәл 
Илебеҙ!

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-13/v-ufe-prohodit-vi-s-ezd-vsemirnogo-kurultaya-bashkir-4050826

Автор:
Читайте нас: