-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
9 Ғинуар , 13:00

Аҡһаҡалыбыҙ Марат ағай КӘРИМОВҡа – 95 йәш!

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры матур юбилейын билдәләй.Марат Нәби улы Кәримов 1930 йылдың 9 ғинуарында Ейәнсура районы Күгәрсен ауылында тыуған. Педагогик училищены тамамлағас, мәктәптә уҡыта, комсомолда эшләй, Мәскәүҙәге Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында юғары әҙәби курсын тамамлай.Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы етмеш йылдан ашыу “Һәнәк” журналының иң көтөп алынған авторҙарының береһе була. 1961-1964 йылдарҙа журналдың әҙәбиәт һәм фельетондар бүлеген етәкләй,  һуңынан ун йыл баҫманы баш мөхәррир вазифаһында етәкләй. Ул әле лә журналдан айырылмай, баҫманың 2024 йылғы лауреаты итеп билдәләнеүе тап ошо хаҡта һөйләй. Марат Кәримовтың тәрән мәғәнәле, шаян телле шиғырҙары, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы юморескалары уҡыусылар тарафынан көтөп алына.Өлкән дуҫыбыҙҙы юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, уға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ. “Һәнәк”тәр.

Аҡһаҡалыбыҙ Марат ағай КӘРИМОВҡа – 95  йәш!
Аҡһаҡалыбыҙ Марат ағай КӘРИМОВҡа – 95 йәш!

* * *

Һәр замандың үҙ йыры бар,
Шул йыр менән иҫтә ҡала.
Ә шулай ҙа йырланмайса
Күпмелере эстә ҡала.

Моңлорағы эстә ҡала —
Һуҡмай килер сәғәттәре.
Етер бер саҡ, етер, тиһең,
Уларҙың да нәүбәттәре.

Ғүмеремдә төрлө йыр бар,
Аңлар уҡып ҡарағандар.
Ҡалғандарға эйәрҙем дә
Ҡаҡтым-һуҡтым барабандар.

Инде бик һаҡ ауыҙ асам,
Алып муза һорнайын мин.
Тамаҡ йыртып ҡысҡырмайым,
Күңелдәген йырлайым мин.

 

Әкиәт ҡыҙы

Матурҙарҙы быға саҡлы күргәнем бар,
Күргәнем бар, хайран ҡалып йөрөгәнем бар.

Шаһит итеп саҡырамын Ҡояшты мин,
Күргәнем юҡ ләкин һиңә оҡшашты мин!

Һин әкиәт ҡыҙы, буғай – ергә килгән.
Минең бәхет һинең менән бергә килгән.

Ғәжәпләнәм хәҙер көсөм артыуына,
Әйләндемме әллә әкиәт батырына?

Беҙҙең яҙмыш кергән бер үк әкиәткә.
Юрайыҡсы, әйҙә, уны тик һәйбәткә.

Матур булыр был әкиәт, шикләнеү юҡ.
Әкиәттәрҙең әле насар бөткәне юҡ.

Фото: calendar.somb.ru

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: