+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
13 Ғинуар 2025, 15:20

Марат Кәримов үҙенең күркәм юбилейын күтәренке кәйефтә ҡаршылай

9 ғинуарҙа Башҡортостандың иң билдәле шиғри һүҙ оҫталарының береһе, милли шиғриәт аҡһаҡалы Марат Нәби улы Кәримов 95 йәшен билдәләне.

Марат Кәримов үҙенең күркәм юбилейын күтәренке кәйефтә ҡаршылай
Марат Кәримов үҙенең күркәм юбилейын күтәренке кәйефтә ҡаршылай

Яҙыусы Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында тыуған. 1947 йылда Йылайыр педагогия училищеһын, 1959-1961 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай. ВЛКСМ-дың Ейәнсура район комитетының бүлек мөдире, «Ленинсы» гәзите, «Һәнәк» журналы хеҙмәткәре, һуңынан «Пионер», "Һәнәк” журналдарының баш мөхәррире вазифаһын башҡара. БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында мөхәррир, «Ғасыр» гәзите хеҙмәткәре (Өфө), Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты булып эшләй.

Республика матбуғатында Марат Кәримовтың айырым шиғырҙары уҙған быуаттың 50-се йылдарында күренә башлай. «Бөрөләр» исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1956 йылда донъя күрә. Марат Кәримовтың шиғриәтенә тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙарға һәм дөйөмләштереүҙәргә нигеҙләнгән лирика, еңелсә юмор, киҫкен сатира хас. Шағирҙың мөхәббәт лирикаһында лирик геройҙың йәшәү мәғәнәһе, кеше тормошонда бәхеттең урыны һәм роле тураһында уйланыуҙары мөһим урын биләй. Марат Нәби улы талантлы тәржемәсе лә. Украин һәм рус шағирҙарының шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итә. Ә уның әҫәрҙәрен болгар, ҡаҙаҡ, поляк, украин һәм башҡа телдәрҙә уҡырға була. Милли әҙәбиәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Марат Кәримовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә. Ул Фәтих Кәрим исемендәге  премия лауреаты. 2003 йылда Марат Нәби улы «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән юғары исемгә лайыҡ була, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Марат Нәби улы Кәримовты юбилейы менән ҡотларға Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм уның урынбаҫары Искәндәр Хәсәнов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов килгәйне.

Айгиз Ғиззәт улы юбилярҙы ҡотлап, Яҙыусылар союзы бинаһына ремонт эштәре барыуын һөйләне. Әлбиттә, Марат Нәби улын был бик ҡыуандырҙы, сөнки ул яҙыусылар берләшмәһе күптән инде дәүләт тарафынан ярҙамға мохтаж тип иҫәпләй.

Марсель Шәйнур улы, быйыл 100 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк “Һәнәк” журналы һымаҡ Марат ағайға ла 100 йәшлек юбилейын ҡаршы алырға насип итеүен теләне.

Илгиз Вәкил улы Марат ағайға ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ илһам һәм оҙон ғүмер теләп, журнал биттәрендә баҫылған  иң яҡшы әҫәрҙәре өсөн  2024 йылдың лауреаты исеме грамотаһын тапшырҙы.

Башҡорт сатира-юморы аҡһаҡалының юбилейында  журналыбыҙҙың өс быуын баш мөхәррирҙәре осрашып, үткәндәрҙе иҫкә алып ҡына ҡалманы, киләсәктә 100 йәшлек “Һәнәк”те нисек йәшәртеү һәм йәшәтеү тураһында ла кәңәшләште.    

Һуңынан  ҡунаҡтарҙы Марат ағайҙың улы Рөстәм һәм килене Татьяна әҙерләгән байрам табынына саҡырҙылар.  Һый-хөрмәт менән һыйланған арала, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов бала сағы, ижад юлы хаҡында һөйләне һәм үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Рәхәтләнеп көлөшөп, хәтирәләргә солғанып, Марат Нәби улын йәнә бер нисә йылға йәшәртеп, ҡунаҡтар  тағы шулай осрашырға яҙһын тигән теләктә таралышты.

Фото: И. Хәсәнов

 

Марат Кәримов үҙенең күркәм юбилейын күтәренке кәйефтә ҡаршылай
Марат Кәримов үҙенең күркәм юбилейын күтәренке кәйефтә ҡаршылай
Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас