Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған Марат мәктәпкә барғансы уҡ уҡырға һәм яҙырға өйрәнә, һуңыраҡ өйгә килгән ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журналдарҙы уҡып үҫә. Атаһы Нәбиулла заманына күрә бик уҡымышлы була, ғәрәп, фарсы телдәрен белә, ҡаҙаҡса, үзбәксә һупалай. Марат, педагогия училищеһында уҡып сыҡҡас, тыуған ауылындағы мәктәптә уҡыта башлай. Бер аҙҙан комсомол райкомына эшкә саҡыралар, шунан һуң әрме хеҙмәте, юғары әҙәби курстар, гәзит-журнал редакциялары.
“Һәнәк” журналына 1961 йылда бүлек мөдире булып эшкә килгәс иһә сатира һәм юмор өлкәһендә йөҙөп эшләргә мөмкинселек тыуа. Һуңынан ун йыл самаһы баҫманың баш мөхәррире булып бик емешле эшләй. Өлкән быуын әҙиптәре тап шул йылдарҙа “Һәнәк”тең ысын халыҡ журналына әүерелеүе, ярҙам һәм яҡлау көтөп, баҫмаға тоҡлап хаттар килеүе, ә редакцияла ғәжәйеп ижади мөхит булдырылыуы хаҡында һағынып һөйләй. Һәр саҡ мәрәкәләп һөйләшкән, үтә кешелекле Марат Нәби улы һирәктәр өлөшөнә генә төшкән ҡыйыулыҡ сифаттары менән дә юғары власть вәкилдәренә тынғы бирмәй. “Һиңә тәнҡитләргә йыйыштырыусылар менән төнгө ҡарауылсылар бөткәнме ни”, тип ризаһыҙлығын белдерә республиканың ул саҡтағы етәкселәренең береһе. Икенсе тапҡыр иһә депутат булып һайланырға йөрөгән директорҙы журнал битендә тәнҡитләгәс, Марат Кәримовты Аҡ йортҡа яуап тоторға саҡыралар. Уның менән власть вәкиле араһында шундай һөйләшеү була:
– Ә һеҙ миңә исемлек бирегеҙ, – ти Марат Нәби улы.
– Ниндәй исемлек? – ти, аптырап, өлкә комитеты вәкиле.
– Депутат булырға йөрөгән жуликтар исемлеген. Улар хаҡында яҙмай торорбоҙ.
Марат Кәримовтың “Шайтан ҡотортто” тип аталған юморескаһы уны вазифаһынан бушатыуға сәбәп була. Үҙенең булыр-булмаҫ әҫәрҙәре менән атаҡлы яҙыусы булырға ынтылған етәкселә обком секретары үҙен таный. Оҙаҡ йылдар уның әҫәрҙәре матбуғатта баҫылмай, үҙе эшкә урынлаша алмай.
Шуныһы фәһемле, Марат ағай бала саҡта аслы-туҡлы йәшәп, һуңынан тормош юлында байтаҡ ауырлыҡтар күрһә лә, ғүмерендә бер тапҡыр осрашҡан кешенең дә хәтерендә шаян холоҡло, мәрәкәсел телле, кешелекле булып ҡала. Ул әйтәһе килгән сәйәси, ижтимағи фекерен лирик хистәр менән һуғарып, юмор-сатираға, кинәйәгә төрөп бирә белеү һәләтенә эйә, тигәйне күренекле шағир Роберт Миңнуллин.
Халыҡ шағиры бөгөн ниндәй ғәмдәр, уй-фекерҙәр менән йәшәй һуң? Әлбиттә, ижад ҡомары һүнмәгән, ҡолаҡтары бик ишетмәүгә, күҙҙәре насар күреүгә ҡарамаҫтан, әҙәбиәтебеҙ көләссигы, донъяуи хәбәрҙәр менән ҡыҙыҡһына, сатирик шиғырҙар ижад итә. Уны айырыуса тел яҙмышы борсой, мәктәптә бер нисә сәғәт уҡытып ҡына, туған телгә тәрән һөйөү уятып булыуына шикләнә.
Марат Нәби улы әйтеүенсә, уның иң аҡсалы сағы “Һәнәк”тә эшләгәндә була. Сөнки гонорарҙы эш хаҡынан бер нисә тапҡырға күберәк ала. Бөгөнгө журналистарға иһә бындай мөнәсәбәт хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Үҙ принциптарына тоғро ҡалған, ялағайланмаған, үҙе булып ҡалған халыҡ шағиры уңлы-һуллы юғары исем таратыуҙы ла өнәмәй. Уның фекеренсә, әйтәйек, шағир “таң әтәсе” булырға тейеш. Бөгөн – саң һуға торған, кешеләрҙе уята торған ваҡыт. Шағир ғәҙеллеккә саҡырырға, дөрөҫлөктө үҙ ваҡытында әйтергә тейеш. Шиғырҙың көсө – кәрәк ваҡытта яңғырау, кеше күңеленә үтеп инеү.
Шағир менән яңыраҡ бер осрашҡанда, уның кәйефе менән ҡыҙыҡһындыҡ.
– Һеҙгә – 95 йәш, тигәнсе, 95-ен телгә алмай ғына, һеҙ – йәш, тиһендәр ине, – тип көлөмһөрәне ул.
Марат ағай, һеҙ күңелегеҙ менән йәш, ә ижадығыҙ һәр саҡ йәшәр! “Һәнәк”тең күп быуын уҡыусылары исеменән, ныҡлы һаулыҡ, ижад ҡыуаныстары теләйбеҙ!
Марат МӨХӘМӘТШИН.