-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
27 Август 2025, 10:55

“Армия мәҙәниәте көндәре” – һуңғы көн

Дәүләт академия рус драма театрында М.Рабинович ҡуйған М. Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса «Ай һәм япраҡ ҡойоу» спектакле ҡуйыла. Унда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре саҡырылған.

“Армия мәҙәниәте көндәре” – һуңғы көн
“Армия мәҙәниәте көндәре” – һуңғы көн

Фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары рәссамдар Юрий Сивачев һәм Андрей Дареев оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Улар хәрби ветерандың портретын төшөрәсәк һәм композицияны баталь рәсемдә ижад итеү нескәлектәрен һөйләйәсәк.

Фестивалдең эшлекле программаһында Республика башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы, шулай уҡ император Петр Бөйөк исемендәге үҙәк хәрби-диңгеҙ музейы һәм Рәсәй Ҡораллы көстәренең үҙәк музейы вәкилдәре ҡатнашлығында «Музейҙар һәм геройҙар: патриотик тәрбиәгә яңы алымдар» семинары ҡаралған. Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөндә абруйлы ҡунаҡтар легендар полководец һәйкәленә сәскәләр һаласаҡ.

Кис Совет майҙанында еңеүселәрҙе бүләкләү менән «Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй асыҡ патриотик йыр конкурсының финалы үтәсәк. Тамашасылар алдында бәйгеселәр, Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры, Оборона министрлығының ижади коллективтары һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина сығыш яһай. Башлана 18.00 сәғәттә, инеү ирекле (0+).

Автор:
Читайте нас