Артистарҙың сығышы интерактив программанан башлана: байрамдың бәләкәй ҡатнашыусыларына аттар, уларҙың тоҡомдары һөйләйәсәк, тарихтағы иң билдәле аттарҙы иҫкә аласаҡ. Ҡурсаҡсылар йомаҡтар әйтәсәк, викториналар үткәрәсәк, әүҙем тамашасыларҙы бүләкләйәсәк.
Театр артистары «Башҡорт аты» ҡунаҡтарына төрлө спектаклдәҙән өҙөктәр күрһәтәсәк. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры программаһы «Һоросай һәм Ҡарасай» башҡорт халыҡ әкиәте мотивтары буйынса «Ике бесәй» спектакле менән тамамланасаҡ.