-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
2 Октябрь 2025, 15:35

Байрамығыҙ менән, ҡәҙерле уҡытыусылар!

Хөрмәтле уҡытыусылар, мәғариф өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр, ҡәҙерле ветерандар! Беҙ барлыҡ мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр исеменән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ. Уҡытыусы  бар көсөн туплап балаларға аң-белем, тәрбиә бирергә тырыша. Уның һөнәре - Ер йөҙөндә иң изге һөнәрҙәрҙең береһелер. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, юғары һөнәри оҫталығығыҙ, сабыр һәм ярҙамсыл булыуығыҙ өсөн ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы теләйбеҙ. Байрамығыҙ ҡотло булһын!

Байрамығыҙ менән, ҡәҙерле уҡытыусылар!
Байрамығыҙ менән, ҡәҙерле уҡытыусылар!

Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә,
Энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек
Һәр көн өйрәтә ул белемгә.

Үҙе белгән асҡыс менән асып
Бала күңеленә керә ул,
Сабырлыҡ һәм түҙемлектәр менән
Төрлө фәндән белем бирә ул.

Уҡыусы балалар үҫеп етеп
Уңыштары булһа тормошта,
Иң ҙур бәхет уҡытыусы өсөн
Үҙе һайлап алған яҙмышта.

Уҡыусылар һәм ата-әсәләр
Оло рәхмәт һүҙе әйтәләр,
Байрамығыҙ менән һеҙҙе ҡотлап
Бар йөрәктән тәбрик итәләр !

(Фәүзиә Ҡотлогилдина).

Автор:
Читайте нас