-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
15 Октябрь 2025, 15:15

Бөгөн - Атайҙар көнө!

Матур байрам менән барлыҡ атайҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош, ғаилә именлеге эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Балаларығыҙға өлгөлө атай, ғаиләгеҙгә ныҡлы терәк булып, бәхеттә - шатлыҡта оҙон - оҙаҡ йәшәргә насип итһен! Атай тиеп әйтер кешең барҙа,Ҡәҙерҙәрен уның бел генә.Унан башҡа кемдәр беҙҙе һөйә,Әсәйҙәрҙән башҡа гел генә.

Бөгөн  - Атайҙар көнө!
Бөгөн - Атайҙар көнө!

Атайҙар ҙа төнөн йоҡламайса,
Беҙҙе сәңгелдәктә бәүелткән.
Эштән ҡайтҡас алдына ултыртып,
Һине һөйөп битеңдән үпкән.

Атайҙар ҙа балалары өсөн
Һәр саҡ көйөп - янып йәшәйҙәр,
Ҙур хөрмәткә улар лайыҡ кеше,
Арыу белмәй ялһыҙ эшләйҙәр.

Атай тиеп әйтер кешең булғас
Һин бәхетле ,тик ҡәҙерен бел.
Балам яндарыма килсе тиһә
Атлап түгел, ә югереп кил.

Тик һуңлама улда мәңге булмаҫ,
Яндарына йышыраҡ ҡайтығыҙ.
Ваҡыттарығыҙҙы йәлләмәйсә
Бер генә көн ваҡыт табығыҙ.

Фәниә(Мөхәмәтшина)
Сыңғыҙова.

Фото: gomellesproekt.by

Автор:
Читайте нас