-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
6 Ноябрь 2025, 15:05

Егәрле әҙип

Билдәле яҙыусы Факил Мырҙаҡаев уҡыусыларын үҙенең күп ҡырлы ижады менән ҡыуандырһа, ҡәләмдәштәре уның егәрлелегенә һоҡлана. Республика матбуғатында яуаплы вазифаларҙа баш күтәрмәй эшләгән әҙиптең повестары, хикәйәләре, ул төҙөгән һүҙлектәр, йыртма календарҙәр күп тиҫтә йылдар дауамында даими рәүештә донъя күрә. Бынан тыш ул тәржемәләр менән дә ихлас шөғөлләнә. Факил Сәлих улы 2011-2021 йылдарҙа “Һәнәк” журналында бүлек мөдире, баш мөхәррире вазифаларында эшләп, баҫманың үҫешенә бик ҙур өлөш индерҙе.Миәкә районының йәмле Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылында бынан теүәл 75 йыл элек донъяға килгән Факил Сәлих улын барлыҡ “Һәнәк” уҡыусылары исеменән ихлас ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ!Башҡалар телмәр тотҡандаГел яҙышып ултыра.Кәрәк икән ул журналдыЯңғыҙы ла тултыра.

Егәрле әҙип
Егәрле әҙип

Среди передовиков булырбыҙ
Монолог
Беҙҙең СПК-ла, то есть сельскохозяйственный производственный кооперативта, сельхозугодий байтаҡ, шуның половинаһы – пашня. Техника иҫке тип ҡарап тормайбыҙ, зерновыйҙарын да, технический культураларҙы ла выращивать итәбеҙ. КРС та, то есть крупный рогатый скот та, тотабыҙ.
Башта растениеводство тураһында. Посевты оптималь сроктарҙа качественно итеп үткәргәс, урожайность та һәйбәт. Бында погоданың да влияниеһы булғандыр, тип уйлайым, сөнки, Туҡай әйтмешләй, быйыл ямғыр ҙа ваҡытында яуҙы, ел дә ваҡытында иҫте. Минераль удобрение ла купили, уныһының да влияниеһы теймәй ҡалмағандыр. Минераль удобрение действующее веществола бер гектарға күпменән тура килгәндер, хәтерҙә ҡалмаған. Белһә, главный агроном беләлер, был эш менән ул заниматься итте. Урожайносты озимойҙар күтәрҙе. Уларҙы раздельно убирать иттек, потеря булманы тип әйтерлек. Пшеница, ҡалған культураларҙы прямойға алырға тура килде. Уборкала эшләүселәргә көнөнә ике тапҡыр горячее питание организовать иттек. Комбайнерҙар добросовестно эшләне. Сельское хозяйствоның заслуженный работнигы Рафиҡ абзый йылдағыса ҡырҙан ҡайтып кермәне. Шуға күрә показателе лә, то есть намолоты ла, юғары. Зерноны токта оҙаҡ ятҡырманыҡ, семенаға һалдыҡ, населениеға тараттыҡ. ГСМ, то есть горюче-смазочный материал, туго булғанлыҡтан, зябь һөрә алманыҡ.
Животноводствола ла, гәзиттәрҙә яҙылғанса әйтһәк, һыр бирмәйбеҙ. Ҡышҡа полный әҙерлек менән аяҡ баҫтыҡ. Корманың грубыйы ла, сочныйы ла етерлек. Условный бер поголовьеға примерно 20 центнер кормовая единица тура килә. Дөрөҫ, стойловое содержаниеға күскәс, продуктивность төштө төшөүен. Был – временное явление. Скоро массовый отел китә, һөт йылға булып ағасаҡ. Положенный условиялар создавать ителгәс, дояркаларҙың да, откормдағыларҙың да показателдәре йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел.
Үҙемә килгәндә шуны әйтеү необходимолыр тим: Уфала аграрныйҙа агрономическиҙа уҡыным. СПК менән руководить итә башлағанға ла ун йыл булып килә. Так что опыт бар, Алла бирһә, киләсәктә лә среди передовиков булырбыҙ.

Автор:
Читайте нас