Шулай итеп:
* “Aceline” электр сәйнүге – Ишморатова Динараға (Өфө ҡалаһы) тәтене;
*“Dexp” парлы портатив утеге – Аҫылғужин Иршатҡа (Өфө ҡалаһы) юллана;
* “Fier" портатив колонкаһын – Ишембай районы, Сайран ауылынан Рәхмәтуллина Н.Б алып ҡыуаныр;
*”Алиса”аҡыллы колонканың хужаһы – Хәйҙәр Тапаҡов, Сибай ҡалаһы;
*“Dexp” USB карт-ридерҙы – Ғафури районы, Оло Үтәш ауылынан Йыһаншина Сәриә отто;
* 128 Гб USB флешкаһы – Айгөл Әсмәндиәроваға эләкте.
Редакцияның махсус бүләктәренең хужалары – Илембәтов Вәлит (Өфө ҡалаһы), Бирҙеғолова Гүзәлиә (Өфө ҡалаһы), Байтимерова Әминә (Баймаҡ районы, Төркмән ауылы), Исмәғилев Альберт (Мәләүез ҡалаһы) булып сыҡты. Лауреатыбыҙ Вәлит Илембәтов тә буш ҡул менән килмәгән. Яңы ғына баҫылған шиғырҙар йыйынтығын бүләк итеп, отоусыға автографын ҡуйып бирәсәк. Беләһегеҙме ул кемгә тәтене – Ишембай районы, Әхмәр ауыл мәктәбенә. Афарин, лауреаттарыбыҙҙы ла, еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, кем дә кем үҙенең фамилияһын ошонда күрә, беҙҙең менән бәйләнешкә сығығыҙ, йәме, сөнки ҡайһы берәүҙәрегеҙҙең телефон һаны яҙылмаған квитанцияғыҙҙа. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8-9371699624, 8-9273297263.