-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
16 Ғинуар , 15:05

Мөнир Вафинға – 65 йәш

“Һәнәк”тең яҡын дуҫы Башҡортостандың Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылында Юрий Гагарин ғаләмгә осҡан йылда был донъяға осоп төшкән. Шаян малай булып үҫә. Өсөнсө-дүртенсе синыфтарҙа уҡығанда шиғырҙар яҙа башлай. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң хәрби хеҙмәттә була, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. “Өмөт” гәзитен ойоштороуҙың беренсе көндәренән үк ҡатнаша, гәзит алдында “Тулпар” журналы ойошҡандан һуң унда эшләй башлай, бөгөн дә ошо баҫмала шиғриәт, сәнғәт һәм сатира-юмор бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара. Ете китап һәм ике бала авторын, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрен ихлас ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ. Һәнәктәр.

Мөнир Вафинға – 65 йәш
Мөнир Вафинға – 65 йәш

ЭРГӘНӘН ҮТКӘН ТОРМОШ

Тормошобоҙ үтеп бара
Эргәбеҙҙән генә.
                       Әхмәр Үтәбай.

Барлыҡ ғүмер – ҡойо ҡаҙыу,
Ҡулдарымда энә.
Миңә насип йәрҙәр үтте
Эргәбеҙҙән генә.

Байлыҡҡа ла ирешмәнем
Тормош ҡыуа-ҡыуа.
Исем-титул, орден-миҙал –
Минән ситкә шыуа.

Эргәбеҙҙә ҡалғандарҙы
Күпләп була сутлап.
Миңә тигән пегас та бит
Ситтә йөрөй утлап.

Яҙмышыңды яҙыуҙары
Тормай беҙҙән генә.
Тормошобоҙ үтеп китте
Эргәбеҙҙән генә.

Эргәбеҙҙән үткәндәргә
Үкенмәмен, буғай,
Миңә килгән Ғазраил да
Үтеп китһә шулай.

ӘЛҮМИН

Себерҙәрҙә әле мин…
Кәстрүлдәрем әлүмин.
Туҫтағым да әлүмин.
Крүшкәм дә әлүмин.
Ҡалағым да, сәнскем дә –
Барыһы ла әлүмин.
                    Хисмәт ЮЛДАШЕВ

Себерҙәрҙә әле мин.
Табаларым әлүмин.
Сәйнүгем дә, сүмесем дә –
Бар байлығым әлүмин.

Әлүмин магнаты кеүек
Икәнмен дә, ҡалай мин!
Менделей таблицаһына
Керә торған малай мин.

Әлүмин ҡәләмем менән
Шиғыр яҙам әле мин.
Тик шиғырҙар урынына
Килеп сыға әлүмин.

* * *
Йәндәрем ялға һыуһаған –
Ялдар итәһе ине.
Был донъянан отпускыға
Ғына китәһе ине.
                 Марат КӘБИРОВ.

Донъя тамам хәлде алды,
Йәшәргә бөттө көсөм.
Туҡай ҙа йәшләй ҡуҙғалды
Йәне арыған өсөн.

Шағирһыҙ ҡалдыҡ тиһендәр,
Үкенмәм ҡалғанына.
Мин бит китһәм дә китәмен
Бары тик ялға ғына.

Күпмелер йылдар үткәстен
Киләсәкмен донъяға.
Дөрөҫ, ул саҡ Марат булмам,
Мин булырмын өр-яңы.

Йәнемде ялға саҡырып,
Ҡаршымда зыярат тора.
Тыуасаҡ бөйөк шағирҙар
Йәнемә сират тора.

ДОНЪЯ БӨТӨҮГӘ ӘҘЕРЛЕК

Радио һәм телевидение, гәзит-журналдар аша донъя бөтәсәге тураһында алдан хәбәр итеп торалар. Нострадамус, Ванга күрәҙәләре, Майя календары һәм башҡа шуның кеүек нәмәләр, ысынлап та, донъя бөтәсәк икән тигән шик уята. Инде бер нисә тапҡыр алдан хәбәр итеп тә, билдәләнгән ваҡытта донъя бөтмәй ҡалды. Мин донъя бөтөүгә әҙер инем, юғиһә. Үҙем генә түгел, бөтә ғаилә менән. Беҙ ул билдәләнгән көндө таңдан тороп, йыуынып, эшкә үҙебеҙ бармай, балаларҙы уҡыуға ебәрмәй кәфенлеккә уранып, таныш доғаларҙы уҡып көндө уҙҙырҙыҡ. Донъя бөтмәне. Таныштар араһында шулай ук донъя бөтөүен көтөүселәр булған. Уларҙың ҡайһы берҙәре Хоҙайҙан ялуарып, таныш доғаларҙы уҡып, беҙ генә дөнъяны һаҡлап ҡалдыҡ тип уйлай. Улай булһа, унда беҙҙең дә өлөш бар.
Бына тағы донъя бөтөүҙең кәрәк ваҡытын хәбәр иттеләр. Мин, ни өсөндөр, был юлы ысынлап та бөтөр тип уйлайым, шуға уҙғандар өсөн үкенмәҫлек итеп йәшәп ҡалырға йыйынам. Ҡалған көндәрҙе «дастуин» тормошҡа ашырыу юлдарын һеҙҙең менән дә бүлешәм.
Донъя буйлап сәйәхәт итеү, теләгәнде ашау, эсеү, кейенеү, иң «текә» машиналарҙа елдереү, уйын-көлкө ҡороу – һәр кеше лә теләген ҡәнәғәтләндереп ҡалырға тейеш. Уның юлдары ябай, донъя бөтөүгә бер нисә ай күп итеп кредит алырға кәрәк. Уны түләп торорға ла кәрәкмәй. Сөнки судлашыуға барып еткәнсе донъя бөтәсәк. Шулай уҡ фатирҙарҙы һатып, күп йондоҙло ҡунаҡханаларҙа Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары ғына туҡтай торған ҡиммәтле бүлмәләрҙә йәшәп ҡалырға була. Ауылдарҙа мал-тыуар тотоусыларға уларҙың барыһын да һуйып ашарға тәҡдим итәм. Ситтә «сыбыртҡы шартлатып», һөйәркәләрҙән бала үҫтереүселәргә ҡурҡмай ҡатындарына әйтергә була. Шулай уҡ ҡатындар ҙа ҡырын-мырын эштәрен һөйләп маҡтана ала. Начальниктарҙың күҙенә тура ҡарап дөрөҫөн сәпәп әйтергә кәрәк. Гәзит аша “мочить” итһәң тағы ла яҡшыраҡ. Президенттарҙың ла кәрәген бирергә. Тағы ла батырыраҡ булып күренеү өсөн үҙеңде Бен Ладен тип иғлан итергә, 
Америкалағы күп ҡатлы йорттарҙың шартлауын үҙ өҫтөңә алырға ла була. Һис шикһеҙ, наркотиктар татып ҡарау, дошман кешеләреңдән үс алыу ваҡыты ла ул. Иң яҡшыһы– снайпер мылтығы һатып алып, шуның менән дошман кешеләреңде сүпләп сығыу. Донъя бөтөүгә ваҡыт етәрәк фатирҙарҙы йыйып, сүп-сар түгеп яфаланырға ярамай. Сүпте тәҙрә аша ғына ырғытырға ла була. ФСБ, МВД ултырған биналарға бомба ҡуйылыуы тураһында хәбәр итеп шаяртырға мөмкин. Донъя бөтөү ваҡыты етәрәк быларҙың барыһын отпуск алып эшләргә кәңәш итәм. Әлбиттә, билдәләнгән көндө донъя бөтмәһә, һинең өсөн инде бөткән буласаҡ.
 
* * *
Шәхестәр тормошонан

Йомшаҡ күңел шағирә Дилә Булгакова “Толпар” журналында ҡунаҡта ваҡытта редакция бүлмәһенә оло сумка аҫҡан һатыусылар килеп инә. Тегеләре кухня ваҡ-төйәген бик маҡтағас, Дилә лә алырға була.
– Бына шулай йомшаҡ күңелле инде мин, һораһалар бирәм дә ҡуям, – тип аҡлана ул Мөнир Вафинға.

* * *
“Толпар” редакцияһының Әй урамында урынлашҡан сағы. Ике метрлы кәүҙәһен һелкә-һелкә дөбөр-шатыр урам буйлап эшкә барыусы Мөнир Вафин шағир Марат Кәримовҡа тап була.
– Ай-һай-һай, энергичный күренәһең, – тип әйтә халыҡ шағиры күрешкәндән һуң һоҡланыуын белдереп.
– Әй, Марат ағай, һуңғы ике-өс көндә сирләп торам, һин минең иҫән-һау сағымды күрһәң икән, – тип яуаплай Мөнир.

* * *
Марат Кәбиров “Толпар”ҙа эшләгәндә отпускынан килә.
–Нисек, бик күп ижади багаж менән килдеңме? – тип һорай унан Мөнир.
–Ижадын белгән юҡ, былай ашарға бер айлыҡ багаж тейәп килдем, – тип яуаплай Марат.

* * *
“Толпар”ҙың яуаплы сәркәтибе Илдус Фазлетдинов сиғандар хаҡында һүҙ сыҡҡас, хеҙмәттәштәренә бер хәл-ваҡиға тураһында һөйләй.
– Шулай бер тапҡыр Үҙәк баҙар яғынан үткәндә бер сиған ҡатыны бәйләнде бит. “Дай, погадаю ла, дай погадаю”,– тип әйтә. Мин ризалаштым. Ул минең былай ҙа әҙ аҡсамды һауырға тотондо. Ҡул һелтәп шулай ҙа ысҡынып китә алдым. Сиған ҡатыны асыу менән арттан: “Һинең ирлек көсөң бөтәсәк”,– тип ҡысҡырып ҡалды. Пустәк, бөтмәне, сиғандарға ышанмайым.
– Ә һин 80 йәшең тулғас үкенерһең әле, их, шунда ул сиғанга аҡса бирергә кәрәк булған тиерһең, – тип һала бер ситтә Илдусты тыңлап торған Мөнир Вафин.

* * *
“Толпар” редакцияһында шиғриәт хаҡында түңәрәк өҫтәл бара. Әнғәм Атнабай йәш шағирҙәрҙең ижадын тикшергәндән һуң шымалыҡ – ҡытыршылыҡ мәсьәләһендә шундай миҫал килтерә:
–Шиғыр ағасты ышҡылап шымартҡан кеүек булырға тейеш. Теләһә ниндәй ағастың ла ҡытыршыларын бөтөрөргә була.
Журналдың шиғриәт бүлеге мөдире Мөнир Вафин һорап ҡуя:
– Ә ул ағас тигәнең, Әнғәм ағай, бук ағасы булһа?
– Уныһын ла шымартырға була, – ти Атнабай мыйыҡ аҫтынан көлөп.

* * *
Алиһәгә тура килдем,
Һис кемгә тиңһеҙ ине.
Ел туҙҙырып үтеп китте
(Ә көнө елһеҙ ине).

Исемен дә белмәй ҡалдым,
Торған ере ҡай яҡтан?
Мини юбкаһының еле
Йығып һалды аяҡтан.

* * *
Эшләпәгә көйә төштө.
Артабанмы нисек...
Әйтмәһәм лә беләһегеҙ:
Хасил булды тишек.

Тишек тишеү, тәҙрә уйыу
Анһат эш түгелдер.
Кемдер тишә Европаға,
Эшләпәгә кемдер.

* * *
Ғүмерҙәр тик бер генә бирелә,
Имеш тә икән беҙҙең.
Беләм: һуңғы һулышҡаса
Ғүмере ҡатын-ҡыҙҙың.

Әммә-ләкин ир-аттарҙың
Йәшәүҙәр башҡа төрлө.
Сөнки туйға тиклем генә
Ир-аттарҙың ғүмере.

КӨТӘМ

Мин һине күктән эҙләнем,
Ә һин ерҙә булғанһың.
Мин һине ҡыҙ тип эҙләнем,
Һин тормошта булғанһың.

Сабыр төбө – һары алтын.
Һис кем кәрәкмәй бүтән.
Ир-ат әҙерәк йәшәүсән тип,
Ирең үлгәнен көтәм.

* * *
Шиғыр яҙып ғүмер уҙҙы,
Хатам – шизик булыуым.
Шуға күрә мин улымдың
Көтәм физик булыуын.

“Физик бул!” тигәс, буласаҡ!
Һүҙемдә ныҡ торамын.
Ҡайыш менән һуктырмайым,
Тоҡ менән һуҡтырамын.
Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас