-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
20 Ғинуар , 13:55

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Бөгөн үҙенең олпат, 80 йәшлек юбилейын ҡаршылаусы хөрмәтле Ҡадурий Әбдрәхим улы Фазлетдиновты ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!!! Журналыбыҙҙы оҙаҡ йылдар ихлас күңелдән күтәрмәләп, төрлө яҡлап ярҙам итеп килеүсе бағыусыбыҙға иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!!! Һеҙгә шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, бәхетле ҡартлыҡ, ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларығыҙ, ейән-ейәсәрҙәрегеҙҙең изгелеген күреп, һәр ваҡыт дәртле, ҡояштай балҡып, Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы менән оҙон-оҙаҡ йылдар парлы булып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

«Семигорье» торба үткәргестәрен таҙартыу һәм диагностикалау үҙәге директоры – Учалы районында тыуып үҫкән Ҡадурий Әбдрәхим улы – ярты быуаттан ашыу ғүмерен илебеҙҙең нефть һәм газ комплексын үҫтереүгә арнаған. Уның хеҙмәт юлы – эшкә фиҙакәр хеҙмәт итеү, юғары яуаплылыҡ һәм ысын оҫталыҡ өлгөһө. Магистраль торба үткәргестәрен төҙөү һәм файҙаланыу технологияларын аяҡҡа баҫтырыуға һәм камиллаштырыуға тос өлөш индереп, инженерҙан алып эре ғилми-етештереү подразделениеһы етәксеһенә тиклем юл үткән.
Уның етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында, шул иҫәптән «Семигорье» үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нигеҙендә, Көнбайыш Себерҙә күләмле проекттар уңышлы тормошҡа ашырылды. Меңәрләгән саҡрым торба үткәргестәре таҙартылды һәм файҙаланыуға әҙерләнде, был ил иҡтисады өсөн стратегик әһәмиәткә эйә. Ҡадурий Әбдрәхим улы уникаль таҙартыу һәм һынау технологияларын индереүгә башланғыс һалды, нефть һәм газ өлкәһендә тиңе булмаған патенттар һәм норматив документтарҙың авторҙашы булып тора. «Семигорье» үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте байтаҡ нефть компанияларын, шул иҫәптән «Роснефть» - «Башнефть», «Лукойл», «Газпром» предприятиеларын һәм байтаҡ эре үткәргес торбалар төҙөүселәр өсөн ышаныслы ҡорамалдар менән тәьмин итеүсе булып тора, шулай уҡ халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлектә ҡатнаша.
Ҡадурий Әбдрәхим улының әүҙем гражданлыҡ һәм хәйриә эшмәкәрлеге айырым хөрмәткә лайыҡ. Ул балалар, ветерандар һәм социаль яҡланмаған граждандар тураһында хәстәрлек күрә, мәғариф, мәҙәниәт һәм рухи тормош үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ғаилә аҡсаһына төҙөлгән һәм тергеҙелгән мәсеттәргә, башҡорт телендә Ҡөрьән сүрәләренең шиғри аңлатма биреү баҫмаһына ярҙам итеү, патриотик һәм гуманитар проекттарҙа ҡатнашыу - былар барыһы ла уның йомартлығы һәм юғары әхлаҡи принциптары тураһында һөйләй. Буласаҡ ҡатыны Миңзәлә менән Ҡадурий бер класта уҡый. Яратышып өйләнешеп, ныҡлы ғаилә ҡора йәштәр. Фазлетдиновтар – ғаилә һәм һөнәри ҡаҙаныштарҙың гармониялы берләшеүе өлгөһө ул. Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы 1991 йылда асылған «РУМИКС» предприятиеһын уңышлы етәкләй, улдары - Азамат һәм Ринат та ғаилә эшендә әүҙем ҡатнаша.
Ҡадурий Әбдрәхим улының ҡаҙаныштарын хаҡлы рәүештә дәүләт һәм ведомство наградалары, Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары дәлилләй.

Хөрмәтле Ҡадурий Әбдрәхим улы!
Һеҙгә ошо йәмле байрамығыҙҙа ҙур рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һеҙ – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер. Ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә артып ҡайтһын. Сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, оҙон ғүмер һеҙгә!

Ҡотлау һәм рәхмәт менән – Һәнәктәр!

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас