-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
5 Февраль , 19:30

Башҡортостандың төп китапханаһы - илдә иң өлкәндәрҙең береһе!

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының матбуғат үҙәгендә республиканың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһына 190 йыл тулыуға арналған матбуғат конференцияһы үтте. Бөгөн юбилей программаһы рәсми рәүештә старт алды һәм китапханалар берләшмәһе, мәҙәниәт учреждениеларын, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен берләштерҙе. Конференция барышында юбилей йылының төп ваҡиғалары, китапхана эшен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, уҡыуҙы танытыуға йүнәлтелгән төп проекттар һәм мәҙәни башланғыстар хаҡында һүҙ барҙы.

Башҡортостандың төп китапханаһы - илдә иң өлкәндәрҙең береһе!
Башҡортостандың төп китапханаһы - илдә иң өлкәндәрҙең береһе!

Китаптар батшалығының тарихы 1836 йылдың 25 мартынан башлана. Уның фондында быуаттар буйына ғәрәп, фарсы, төрки һәм иҫке славян телдәрендә һирәк осраған ҡулъяҙмалар, шулай уҡ махсус тиренән тегелгән китаптар һаҡлана. "Иң боронғо китап - Иоанн Дамаскиндың әҫәрҙәренән торған йыйынтыҡ. Ул 1512 йылда Парижда баҫылған”. – тине китапхананың һирәк баҫмалар һәм ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире, ғалим Флүр Шәрифулла улы Сибәғәтов. 1836 йылда китапхана фондында 236 ғына баҫма булһа, 1838 йылда уларҙың һаны 494 етә.

Китапханалар селтәре кескәйҙәр өсөн дә төрлө саралар ойоштора, балаларҙы йәлеп итеү өҫтөндә эшләй. Хәҙер яңы быуын китапханаларында ғаилә менән ял итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған: интерактив таҡталар, ял итеү бүлмәләре, уйындар, төрлө тренажерҙар эшләп килә. Хатта хәҙер яһалма интеллект эшкә йәлеп ителә. 

Юбилей йылында Милли китапханала онлайн һәм офлайн форматта бик күп саралар көтөлә. Конкурстар, саралар теҙмәһен китапханаларҙың социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә ҡарарға мөмкин. Ә киләһе аҙнанан  “Китап бүләк итеү” Бөтә Рәсәй акцияһы башланасаҡ. Үҙегеҙҙең йәшәгән ерҙәге китапханаға китаптар бүләк итә алаһығыҙ! 

Матур юбилейың менән, Милли китапхана! Уҡыусыларың көндән-көн артып торһон!!!

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас