-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
18 Февраль , 23:35

ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҮЛМӘҪ ЙЫР ИТЕП

Вәлит Илембәтовтың китабының исем туйы республиканың мәҙәни, әҙәби тормошонда ҙур ваҡиға булды. Әлбиттә, йыйынтыҡтар беҙҙә дәүләт бюджеты иҫәбенә лә, үҙнәшер юлы менән дә сығып тора. Китап презентацияһын һоҡланып ҡарарлыҡ ғәжәйеп матур тамаша итеп үткәреү өлгөһөн күрһәтте Вәлит ағай. Шәп тауарға реклама кәрәкмәй, тиер бәғзе уҡыусы. Эйе, социализм ҡоролошонда йәшәгән саҡта шулай булғандыр ҙа. Әммә яҙыусыны һәр урында ҡолас йәйеп көткән, ике-өс йыл һайын китабың сығып торған, ҡырҡ тирәһенән һуң гонорар иҫәбенә йәшәгән ваҡыттар матур хәтирә булып ҡына ҡалды. Хәҙер инде беҙҙә капитализм, аҡса культы хөкөм һөрә. Тимәк, ижад емешең уҡыусы иғтибарын йәлеп итһен һәм күңелен яулаһын өсөн, уны тейешле кимәлдә күрһәтә белергә лә кәрәк.

ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҮЛМӘҪ ЙЫР ИТЕП
ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҮЛМӘҪ ЙЫР ИТЕП

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙыусыларыбыҙҙың күпселек өлөшө ошо йәһәттән әкрен ҡуҙғала йәки был эшкә иғтибар итмәй, тап шуға донъя күргән сүрәттә лә йылдар буйы магазин кәштәләрен “биҙәгән” китаптар әҙме ни беҙҙә? Китаптарҙың исем туйҙарына ла кеше әҙ йөрөй, ғәҙәттә, ул таныш-туғандар алдында яҙыусының һоҡланғыс шәхес һәм ижадсы булыуын оҙон-оҙаҡ итеп, кеше ялҡытып һөйләүгә ҡорола. Ә бына Вәлит Илембәтов китабының исем туйы күңелле шоу, фәһемле тамаша төҫөн алды. Уның һүҙҙәренә күренекле композиторҙар яҙған йырҙар Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Искәндәр Ғәзизов, Харис Шәрипов, Валерий Назаров, Хәмит Теләмов кеүек сәнғәт оҫталары башҡарыуында тамашасыларҙы берсә һоҡландырҙы, берсә уйландырҙы. Һәр кемдең кәйефенә тура килерлек, күңеленә ятырлыҡ йырҙар яңғыраны был сарала. Шәхсән үҙем Роберт Тимербаев башҡарыуында (көйөн дә ул яҙған) “Хәтер йыры”н бер ҙә тыныс тыңлай алмайым. Сәнғәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ булып янған Арыҫлан Мөбәрәков, Фәйзи Ғәскәров, Ишмулла Дилмөхәмәтов һәм башҡа бик күп сағыу шәхестәребеҙҙе юҡһыныуҙан үҙәктәр өҙөлә, ысын таланттарҙың ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар тулы аяныс яҙмыштарын хәтерләйһең, халҡыбыҙ тарихында аҡыл, талант, батырлыҡ өлгөһө булып ҡалған төрлө шәхестәрен иҫкә төшөрәһең. Ҙур талант сиктәргә һыймай шул, түрәләргә яҡшатланып, улар ҡушҡанды  ғына үтәп тыныс йәшәмәй, бурандарға ҡаршы барып яңы асыштарға, бейеклектәргә артыла. Үлгәс кенә дуҫтары, фекерҙәштәре күбәйә, исемдәре данға күмелә. Ана ниндәй дөрөҫ һүҙҙәр:

“Ул исемдәр йырҙар булып

Йәшәй күңел түрҙәрендә!

Тамуҡ булды тормоштары,

Ожмах булһын гүрҙәрендә!..”

Ә инде китапҡа исем биргән “Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек”те  ишеткәс тә ҡушылып йырлайһы, төшөп бейейһе килә, күңелдә йәшлек дәрте ҡуҙғала. Бынан 45 йыл самаһы элек 25 йәшлек Вәлит Илембәтов һүҙҙәрен, 21 йәшлек Роберт Тимербаев көйөн яҙған йыр бөгөн дә сәхнәләрҙән төшмәй, иманым камил, бынан һуң да яңғырар. Эйе, йырҙың уңышы өсөн һүҙҙәре, көйө, артистың башҡарыу оҫталығы берҙәй юғары кимәлдә булыуы шарт, юҡһа уны тамашасы ҡабул итмәйәсәк. Көйгә тура килтереп кенә яҙылған шиғыр йоратынан тыуған йыр оҙаҡ йәшәмәй, сағыу костюмдарҙы туҡтауһыҙ алыштырыу, сәхнәгә ярым шәрә сығыу, икешәр метрға ырғып бейеү генә ҡотҡармай уны.

Ғөмүмән, Вәлит Илембәтовтың ижады күп яҡлы, уның һүҙҙәренә яҙылған лирик, фәлсәфәүи, шаян йөҙгә яҡын йыр Башҡортостан, Татарстан йырсыларының репертуарынан төшмәй. Дөрөҫөн әйткәндә, Татарстанда уның ижады популярыраҡ та кеүек. “Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек” китабын әҙерләп сығарыуҙа ҡатнашҡас, шуныһына ғәжәп иттем: әгәр ниндәйҙер йырының тексын табам тиһәң, татарса эҙләргә кәрәк икән – мотлаҡ килеп сыға! Әйткәндәй, китапҡа һикһәнләп йыр текстары, шул тиклем үк лирик һәм сатирик шиғырҙар, бынан тыш бергә ижадташ дуҫтарына яҙылған арнауҙар тупланған. Сәнғәт, әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн күптән көтөлгән йыйынтыҡты сығарыуҙа күренекле композитор һәм эшҡыуар Фәнир Ғәлимов ҙур ярҙам күрһәткән.

Китаптың исем туйында Вәлит ағайҙың үҙе башҡарыуында яңғыраған сатирик шиғырҙарын да Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың иң ҙур залын тултырған халыҡ оҙайлы ҡул сабыуҙар менән алҡышланы. Уның шиғырҙары тормошобоҙҙағы кәмселектәрҙе бик оҫта итеп тәнҡит утына тота, берсә көлдөрә, берсә уйлата. Беҙ, “Һәнәк” журналында эшләүселәр, һуңғы йылдарҙа Вәлит Илембәтовтың журналдың иң яратҡан, көтөп алынған авторҙарының береһенә әүерелеүенә айырыуса ҡыуанабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, редакция портфелендә ятҡан, уның әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған шиғырҙарынан тотошлай журнал сығарырға мөмкин.

Эйе, Вәлит Илембәтовтың исеме республиканың мәҙәниәте, сәнғәтендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Ул ойошторған һәм етәкселек иткән Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк эстрада театры инде 35 йылдан ашыу эшмәкәрлеген туҡтатҡаны юҡ. Ул тамашасының күңеленә үтерҙәй йыр текстары, сатирик һәм юмористик шиғырҙар ижад итә, ҙур ижади пландар менән йәшәй. Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йырҙарығыҙ менән биҙәгән өсөн күп быуын тамашасыларығыҙҙан рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле Вәлит Хәлит улы! Яңы ижад емештәрен, яңы китаптарығыҙҙы көтәбеҙ!

Марат ӘМИНЕВ.

Фотолар В.Илембәтовтың "Бәйләнештә" битенән.

 

ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҮЛМӘҪ ЙЫР ИТЕП
ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҮЛМӘҪ ЙЫР ИТЕП
ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҮЛМӘҪ ЙЫР ИТЕП
ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҮЛМӘҪ ЙЫР ИТЕП
ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҮЛМӘҪ ЙЫР ИТЕП
Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас