-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
21 Февраль , 08:25

Бөгөн – Халыҡ-ара туған тел көнө

Донъяла һәр кемгә иң ҡәҙерлеһе-үҙ туған теле. Үҙ туған теле барҙың, үҙ туған рухы бар. Әсә телендә кеше донъяны, донъя матурлығын белә башлай.Уның шул телдә фекерләү ҡеүәһе, зауығы формалаша.Уй күрке- тел икән,тел күрке-һүҙ.Һүҙе яғымлының үҙе лә яғымлы, теле матурҙың күңеле лә матур. (Ғ. Хөсәйенов) Риф МИФТАХОВ МИРАҪТыуғанымдан киткəнемə тиклем -Ғүмер буйы йыйған милкемде,Улым, ҡыҙым, һеҙгə ҡалдырамынИң ҙур мираҫ - туған телемде. Ул да миңə ата-əсəйемдеңИң берҙəн-бер ғəзиз мираҫы.Ул да һеҙгə ғүмер буйы ерҙəҺулар һауа кеүек булһасы.

Бөгөн – Халыҡ-ара туған тел көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара туған тел көнө

Мең йыл буйы халыҡ аҡылының
Мең тылсымын йыйған хазина,
Юҡ, һатылмай, сөнки мөмкин түгел
Баһа ҡуйыу уның хаҡына.
Күкрəк һөтө, бишек йыры менəн
Кергəн дə ул йəнде имлəгəн.
Юҡҡамы ни кеше туған телен
Тыуған иле менəн тиңлəгəн.
Яратҡанға бал-май булып тамған,
Нəфрəттəрҙəн - уҡтай ҡаҙалған.
Быуаттарҙың гөлө һəм көлөнəн -
Халыҡ яҙмышынан яралған.
Туған телдə күпме сəсəн, шағир,
Йырға һалған яҡты өмөтөн.
Быуындарҙан-быуындарға биргəн
Байраҡ итеп моңон, саф һүҙен.
Халҡым барҙа туған телем булыр,
Тик һеҙ уға ғəмһеҙ булмағыҙ,
Яҙыҡ булыр əгəр үҙегеҙҙе
Аманаттан өҫтөн ҡуйһағыҙ.
Бабайҙарҙан, əсəйемдəн алған -
Ғүмер буйы тапҡан милкемде,
Улым, ҡыҙым, һеҙгə ҡалдырамын
Бөйөк мираҫ - туған телемде.

Фото: https://mgazeta.com/

Автор:
Читайте нас