-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
21 Февраль , 14:50

Русса ишетмәйем...

Марат ӘМИНЕВ Был һүҙҙәрҙе беҙ бала саҡта, айырыуса йәй көндәре, әсәйем йыш ҡабатлай торғайны. Йәйге каникул еткәс, ҡалала йәшәүсе туғандарҙың балалары беҙгә килеп төшә. Ҡайһыһы бер, ҡайһыһы өсәр айға килә. Үҙ ара башта күберәк русса аралашалар. Әммә әсәй менән һөйләшкәндә, табын артында барыһы ла башҡортсаға күсә. Сөнки әсәйем ошо тылсымлы һүҙҙәрен әйтә һәм кескәй ҡунаҡтар беҙҙең өйҙә урынлаштырылған тәртипте ҡабул итә, хужабикәгә, уның һый-хөрмәтенә рәхмәтен барыбыҙҙың туған теленә күсеү менән белгертә.

Русса ишетмәйем...
Русса ишетмәйем...

Телевизорҙан йәки радионан башҡортса тапшырыуҙар барһа, шуны ғына тыңлайбыҙ йәки ҡарайбыҙ, сөнки Әсмә апайҙарының русса ишетмәгәнен барыһы ла белә. Кире ҡалаға юлланғанда башҡортсаһы нығый туғандарымдың. Аллаға шөкөр, барыһы ла ата-әсәләренә лайыҡлы кешеләр булып үҫтеләр.
Өфөләге "Ете ҡыҙ" һындарына ҡарап һоҡланып торғанда ошо хаҡта уйланып торҙом. "Скульптор Хәбибрахманов менән бергә был һындарҙы Урал Зәйнетдинов ҡустым тыуҙырҙы бит! Әсәйемдең бер туған ҡустыһы, күренекле рәссам, лайыҡлы башҡорт шәхестәрен кәүҙәләндергән "Ер рухы" триптихы авторы Рәшит Зәйнетдиновтың улы! Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының образдарын тыуҙырған саҡта авторҙар уларҙың тыйнаҡ һәм баҫалҡы, шул уҡ ваҡытта сая һәм ҡыйыу ҙа була алыуҙарын асыҡ күрһәтә алған.
Кисә генә булған йәнә бер ваҡиға келт итеп хәтергә төштө. Йортобоҙ янында осраҡлы ғына өс күрше осраштыҡ та һөйләшеп торабыҙ. Бер аҙҙан эргәбеҙгә русса аралашҡан күршебеҙ ҙә ҡушылғас, беҙ, ике башҡорт һәм бер татар, күнегелгән ғәҙәт буйынса руссаға күсәбеҙ. Һүҙебеҙ әлеге лә баяғы тел хаҡында.
Башҡорт теле нәмәгә кәрәк ул, мин Өфөлә илле йыл унһыҙ ҙа йәшәйем, тип һалды беҙҙеңсә аңламаған күршебеҙ.
Беҙ хөрмәт йөҙөнән башҡаларҙы уйлап, уларса һөйләшеп, улар көйөнә бейейбеҙ ҙә ул, тик быны йомшаҡлыҡ итеп ҡабул итеүселәр быуа быуырлыҡ шул. Мин русса ишетмәйем, тип әйтергә ваҡыт түгелме икән? Тик шул саҡта ғына телебеҙ даирәһе тараймаҫ, киләсәктә яңы "Ете ҡыҙ"ҙарҙы тыуҙырыусылар ҙа тыуып торор.

Фото: trip-for-the-soul.ru

Автор:
Читайте нас