-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
17 Март , 11:05

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, драматург, журналист, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин бөгөн 55 йәшлек юбилейын билдәләй. “Һәнәк” журналы коллективы исеменән ҡәләмдәшебеҙҙе, дуҫыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ! Үҙенең ғүмер байрамын Мөнир Сәхиулла улы ҙур тормош тәжрибәһе туплаған багаж менән ҡаршылай. Көслө һәм аҡыллы баш мөхәррир, ижадта – шағир ҙа, прозаик та, драматург та, тормошта асыҡ күңелле, ярҙамсыл, ғәҙел дуҫ. Ҡәләмдәшебеҙҙең егәрле булыуына хайран ҡалырһың. Тетрәндергес хикәйә һәм повестар яҙырға, мөккиббән китеп ҡарарлыҡ пьесалар ижад итергә ҡайһы арала өлгөрәлер? Быны уның ғаиләһе генә беләлер. Артабан да ижад шишмәгеҙ урғылып аҡһын, арбаһын һәм өр-яңы асыштар менән ҡыуандырһын, ҡәҙерле Мөнир Сәхиулла улы!

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас