Башҡортостанда төрлө милләт һәм дин вәкилдәре иңгә-иң терәшеп, үҙ халҡының үткәнен ҡәҙерләп, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап татыу көн итә. Ураҙа байрамы рухи берҙәмлегебеҙҙе арттырһын, йөрәктәребеҙгә йән йылыһы, һөйөнөс, игелек һәм мөхәббәт нуры өҫтәһен! Туғандар, яҡындар, бөтә халыҡ имен, татыу, бәхетле йәшәһен. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!