+10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
1 Апрель , 19:25

Шаулап-гөрләп үтте - Көлкө көнө

"Һәнәк" редакцияһы вәкилдәре таң һарыһынан телевидение, радио тулҡындары аша республика халҡын сәләмләп, гәзит-журналдар аша сатира һәм юмор өлкәһендәге ижад хазиналарын еткерҙе, төрлө көлкөлө сараларҙың уртаһында ҡайнаны. Төп сара Өфөләге Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында ойошторолдо.

Шаулап-гөрләп үтте - Көлкө көнө
Шаулап-гөрләп үтте - Көлкө көнө

Көләсмәндәр ҡоронда атаҡлы юмор һәм сатира оҫталары йыйылғайны: Дүртөйлөнән Илдус Тимерханов менән Ҡыйғынан Илһам Латипов та алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп еткән. Сараны журналдың боронғо баш мөхәррире, мәшһүр сатирик Марсель Сәлимов менән бөгөнгө баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов алып барҙы. Төртмәле, йор һүҙле шиғырҙар уҡып, мәрәкәле, ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр тыңлап, эс ҡатҡансы көлдөк, фекер алыштыҡ, киләсәккә пландар ҡорҙоҡ. Йырсы Лилиә Рәсүлева үҙенең дәртле, матур йырҙары менән байрамға йәм өҫтәп ебәрҙе. Рәссамыбыҙ Артур Василов “Һәнәк”кә яҙылыусыларҙың шаржын төшөрөп, һәр береһен ҡыуандырҙы.
Дуҫтар! Апрель – шаулап боҙҙар киткән, йылғалар ташҡан, ғөмүмән, тәбиғәт йәшәргән һәм йәмләнгән ваҡыт ҡына түгел. Бөгөн йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу осоро ла башланды. Былтыр, “Һәнәк”тең йөҙ йыллығын билдәләгән саҡта, тиражыбыҙ журналдың яңы тарихында күрелмәгән яңы үрҙәрҙе яуланы. Тоғро дуҫтарыбыҙ, сатира-юмор яратыусылар әҙ түгел, дөйөм көс менән ошо ҡаҙаныштарҙы һаҡлап ҡалырбыҙ тип ышанабыҙ. Журналды ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле итеп сығарыу өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, тип ышандырабыҙ.
“Һәнәк”тең сайтына https://henek.info/, уның социаль селтәрҙәрендәге биттәренә https://vk.com/club160399987 лә даими инеп торорға онотмағыҙ. Унда ла хәтәр шәп материалдар күп. Әйткәндәй, тап 1 апрель көнөндә “Бәйләнештә” селтәрендәге дуҫтарыбыҙ һаны теп-теүәл 20 меңгә етте! Был ҙур уңыш! “Һәнәк”тән айырылмайыҡ, дуҫтар!

Беҙҙең МАХ каналына ла ҡушылығыҙ: https://web.max.ru/28207215

Шаулап-гөрләп үтте - Көлкө көнө
Шаулап-гөрләп үтте - Көлкө көнө
Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас