Беҙ — уның хәҙерге «һәнәкселәре», хеҙмәттәштәре һәм шәкерттәре — остазыбыҙҙы ошо оло танылыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Марсель Шәйнур улы беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө булып ҡала. Ул хаҡлы ялда булһа ла, бөгөн дә сафта, беҙҙең рухи таянысыбыҙ һәм ҡәләмдәш дуҫыбыҙ. Хөрмәтле Марсель ағай! Почётлы аҡһаҡалыбыҙ! Һеҙҙең үткер сатирағыҙ һәр ваҡыт ике йөҙлөлөккә, коррупцияға һәм йәмғиәттең башҡа етешһеҙлектәренә ҡаршы аяуһыҙ булды. Һеҙҙең ҡәләм киләсәктә ҙә йәмғиәтебеҙҙең таҙарыуына, сәскә атыуына хеҙмәт итһен. Һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, ижади оҙон ғүмер һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ. Ҡәләмегеҙ һәр ваҡыт үткер, һүҙегеҙ үтемле булһын!
Иң изге теләктәр менән, һәнәктәр.
Фото:https://ufa.mk.ru/culture/