Кешелек донъяһына ҡар кешеһенең барлығын белдерер өсөн ғалимдарға фәнни иҫбатланған мәғлүмәттәр етеңкерәмәй әле. Улар ярым кешегә, ярым маймылға оҡшаған йән эйәһенең эҙҙәренә, фотоһүрәттәренә, видеояҙмаларына ғына ҡарап фекер йөрөтә. Берәүҙәре сит планетанан килеп сыҡҡан тип бара, икенселәр, тышҡы ҡиәфәте буйынса, гоминид тоҡомона индерә, өсөнсөләр тәжрибә рәүешендә кеше менән маймылды берләштереп ҡарауҙан, ти.
Ҡар кешеһенең беҙҙең эраға тиклем 4 быуаттан алып көн күреүе билдәле булһа ла, XIX быуаттан ғына башлап ҡар кешеһен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә башлай. Уны төрлө илдә төрлөсә атап йөрөтәләр: Гималайҙа йәшәүселәр – йети, Төньяҡ Американың аборигендары – сасквач йә иһә бигфут, Индокитай халҡы – урман кешеһе.
Ҡар кешеһе йөрөгән ерҙә һауа торошо ныҡ үҙгәреүсән: ҡар, ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Уның менән осрашҡан кешегә лә насар тәьҫир итә. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, күҙ алды томаланып, күреү һәләте насарая, баш ныҡ ауырта башлай, ҡан баҫымы күтәрелә. Бик яҡын аранан күргәндәр бер һүҙ әйтә алмай тора, нимә эшләгәнен үҙе белмәй, хатта ҡар кешеһенең артынан эйәреп китеү ихтималлығы ла бар, имеш. Иҫенә килергә 1 тәүлек самаһы ваҡыт талап ителә.
Төҫ ҡиәфәтен бәғзеләр етеҙ, буйы 4 метрға яҡын ҙур хайуанға оҡшатһа, икенселәр буйы 1,5 метрҙан ашмай, ҡулдарын ныҡ һелтәп-һелтәп йөрөй, ти. Кешеләрҙән кәүҙә ныҡлығы, баш формаһы, оҙон ҡулдары, ҡыҫҡа муйыны, бөтә тәненең йөнтәҫлеге менән айырыла икән.
Асыҡҡан ваҡытта ғына кеше йәшәгән урындарға яҡын килә. Ауыл халҡының һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡурҡыныс булырын һиҙһә, көслө өрөү тауышын сығара.
Фото: Яндекс.Дзен