+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
8 Февраль 2022, 14:00

Терпе күрмәгәндәр өсөн

Лондон парктарының бере­һенә ғәйәт ҙур терпе һыны ҡуйылған. Уны ике ай буйына һәр ҡайһыһы 3,5-әр метрлы 2000 ағас ҡолғанан йыйғандар.

Терпе күрмәгәндәр өсөн
Терпе күрмәгәндәр өсөн

Парк хеҙмәткәрҙәре әйтеүен­сә, британияларҙың күбеһе бер ҡасан да терпе күргәне юҡ икән. Бында шулай уҡ гигант кәкүк һынын да ҡуйырға йыйыналар.

Тешһеҙ сысҡан

Ғалимдар Филиппинда яңы сысҡан төрөн асыҡлаған. Йән эйәһе Сулавеси утрауы­ның тропик урманында йә­шәй. Уның бер аҙау теше лә юҡ. Сысҡан ни бары дүрт теше менән генә көн күрә. Донъяла йәшәүсе 2,3 мең кимереүсе араһында башҡа бер генә дүрт тешле йән эйәһе юҡ.

Ике генә япраҡлы

Африканың көньяҡ-көнба­йышында урынлашҡан Намибия сүлендә киңлеге – 2, оҙонлоғо 8 метрға тиклем етеүсе ике генә япраҡлы Ғәжәйеп Вельвичия тигән үҫемлек үҫә. Ул ике йылға хәтлем һуҙылған ҡоролоҡҡа түҙергә һәм 400-ҙән 1500 йылға тиклем йәшәргә һәләтле.

Фото: diary.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: