-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
24 Февраль 2022, 16:00

Сәйер йөҙҙәр

Был ваҡиға 1973 йылда Испанияла була. Бәләкәй генә бер ауылда йәшәп ятҡан Мария Гомес Перейра исемле бер ханым сәйер бер хәлгә юлыға. Йәйге иртәләрҙең береһендә Мария иртән кухняһына инһә, күҙе иҙәнендә йәйелгән мәрмәр плитәһенә төшә.

Сәйер йөҙҙәр
Сәйер йөҙҙәр

Кистән генә таҙа итеп йыуылған иҙәнендә нимә икәнен тәүҙә аңламай. Ниндәйҙер ир кеше һүрәте төҫмөрләнә. Иғтибарлабыраҡ ҡараһа – бынан 30 йыл тирәһе элек мәрхүм булған ауылдашын танып ала. Тиҙ генә иҙән сепрәге алып, һүрәтте йыуып алырға маташып ҡарай. Ләкин, уны төшөрөүсе, күрәһең, рәсемде ниндәйҙер махсус буяуҙар менән яһағандыр. Хатта төрлө көнкүреш химик саралар ҙа ярҙам итмәй. Шунан һуң Мария ханым улын саҡыртып, кухнялағы мәрмәр плитә иҙәнде алыштырыуын һорай. Шулай итеп, иҙәнгә яңы плитә түшәлә. Ләкин ханымдың тыныслығы оҙаҡҡа бармай, бер нисә көндән теге һүрәт йәнә барлыҡҡа килә. Тик был юлы ул айырыуса асыҡ булып сыҡҡан. Иң ғәжәбе шул – тағы бер тәүлектән һуң иҙән плитәләре билдәһеҙ әҙәмдәрҙең фотоһүрәттәре менән тулған. Уларҙың ҡайһы берҙәрен хужабикә танымай ҙа.

Был хәбәр бөтә ауылға тарала. Ауылдаштар төрлө сәбәптәр табып, Марияның йортона килеп, фотоһүрәттәрҙе ҡарап, ундағы кешеләрҙе таныштыра башлай. Баҡтиһәң, рәсемдәге кешеләр барыһы ла ҡасандыр ошо ауылда йәшәгән икән. Улар бынан тиҫтә йылдар элек мәрхүм булып, сиркәү янындағы зыяратта ерләнгән. Сиркәү иһә ханымдың йортонан ни бары 200 метрлап ҡына арауыҡта урынлашҡан.

Был хәл феномен паранормаль күренештәрҙе өйрәнеүсе белгестәргә лә ишетелгән. Улар Марияның йотона килеп, фотоһүрәттәрҙе ентекләп өйрәнгән, буяуҙың химик анализы эшләнгән. Ләкин заманса сәнәғәттә әлеге буяуға оҡшашы табылмаған. Ниһайәт, белгестәрҙең икенсе бригадаһы килеп, был хәлгә асыҡлыҡ кертеү маҡсатынан йорттағы мәрмәр плитәләрҙе иҙәндән ҡуптарып алып ташлаған. Шунан берәүһенең башына иҙән аҫтындағы ерҙе ҡаҙып ҡарау уйы килгән. Соҡоғандар. Нимәләр табылған тиһегеҙ? Иҙән булған урында 3 метр тәрәнлектә кеше кәүҙәһе ҡалдыҡтары табылған. Ханым табылдыҡ тураһында бер ни ҙә әйтә алмаған. Сөнки ул был йортто 15 йыл элек кенә һатып алған булған. Элекке хужалары Америкағамы, Австралияғамы күсеп киткән. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларҙың ҡайҙалығын асыҡлай алмағандар. Бына шулай итеп, сер асылмай ҡалған.

Фото: http://paranormal-news.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: