+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
20 Апрель 2022, 18:00

67 йыл йыуынмаған...

Ирандың бер ауылында йәшәүсе ир бәхетһеҙ булыуҙан һәм үҙен үлтереүҙәренән ҡурҡып, 67 йыл буйына йыуыныуҙан баш тартҡан.

67 йыл йыуынмаған...
67 йыл йыуынмаған...

Әлеге мәлдә 87 йәшлек Аму Хаджи бәләкәй генә бер аласыҡта йәшәй һәм йәнлек мәйеттәре менән туҡлана. Ризыҡты бешермәйенсә ашай, ямғыр һыуы эсә. Яратҡан шөғөлө – йәнлек тиҙәге тултырып, төрөпкә тартыу. Ябай булмаған йәшәү рәүеше арҡаһында Хаджиҙың ғаиләһе лә, дуҫтары ла юҡ. Уның ошондай тормошто һайлауын ауыл халҡы аңлап, иргә аласыҡ яһап биргән. Быға тиклем ул бер соҡорҙа көн күргән.

Табиптар сәйер кеше менән ҡыҙыҡһынып, уның сәләмәтлеген тикшерергә булған. Ғәжәп, тикшереү барышында Хаджиҙың тәнендә бер ниндәй ҙә паразит табылмаған. Тик эске ағзаларын зарарлаусы трихзинеллез ауырыуын ғына асыҡлағандар. Ошо сәбәпле ул шешенә, ҡалтырана, тәненә тимгелдәр сыға икән.

Фото: twitter.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: