+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
11 Май 2022, 17:00

Сәй эсеп ағыуланған?

Cәбәбе – сәйнүк булып сыҡҡан...  

Сәй эсеп ағыуланған?
Сәй эсеп ағыуланған?

Вильнюс ҡалаһында йәшәүсе бер ир яп-ябай сәй эсеп ағыуланған. Бының төп сәбәбе оҙаҡ йылдар таҙартылмай ҡулланылған сәйнүк икән. Бик тәмләп кенә хуш еҫле сәй эсеп алғандан һуң ирҙең бороп эсе ауырта башлаған. Етмәһә, быға ҡоҫоу ҙа ҡушылған. Вильнюс университеты белгестәре ағыуланыуының сәбәбен тиҙ асыҡлай. Баҡһаң, иҫкереп бөткән электр сәнүгенең ситтәренә баҡыр тоҙоноң зәңгәрһыу юшҡыны ултырған икән.

Медиктар бындай хәл һыуһыҙ сәйнүкте оҙаҡ ваҡыт дауамында электрға тоташтырған хәлдә ҡалдырғанда һәм даими таҙартып тормағанда килеп сыға тип аңлата.

Фото: krassever.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: