+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
13 Май 2022, 14:00

Бөгөн йома - 13

Үткән быуатта ауылыбыҙҙа бер ғаилә йәшәне. Ниндәй милләттән булғандарҙыр, әммә нәҫел тамырҙары буйынса борондан ошонда көн итеүҙәре билдәле ине.Әлеге ғаиләнең баҡсаһында ҡый үләне бөртөгөн дә күрмәҫһең, еләктәре эре була торғайны.

Бөгөн йома  - 13
Бөгөн йома - 13

Шулай уҡ өйҙәгеләрҙән кемдеңдер баҡса утап йөрөгәнен дә күрмәнек. «Сихырсы инәйҙең ҡулдарының тылсымы менән шулай ул», – ти торғайны кешеләр.
Ысынлап та, әлеге инәйҙең улы балыҡҡа барһа ла, юлы уңа. «Ул хатта ҡармаҡты һыуға тәү ырғытҡанда ғына емләй, аҙаҡ былай ҙа бер-бер артлы балыҡ ҡабып ҡына тора. Бүтәндәргә һис улай түгел», – тиҙәр ине.
Бер мәл аяғымды яраланым, ул яман шешеп китте. Дауаханаға район үҙәгенә барырға кәрәк, уколдарҙан ҡурҡыта.
Шунда әсәйем әлеге сихырсы инәйҙе өйгә саҡырып, унан дауалатып ҡарарға булды. Мин, пионер кеше, быға шикләнеп ҡараным. Ундай нәмәгә иҫке ҡарашлы, наҙан кешеләр генә ышана, тигән тәрбиә менән үҫкән быуын инек бит. Әммә сараһыҙҙан риза булдым.
Инәй ҡәләм һымағыраҡ шыма ағас нәмә алып килгәйне. Тәүҙә мейес янына барып, шуға ҡарап ниҙер шыбырланы. Аҙаҡ ошо ағас нәмәне шешкән урын буйлап йөрөтөп сыҡты. Шунан кеҫәһенән ҡәҙимге һауытта аҡ май сығарып уны яраға һөрттө лә аяғымды ҡыҙыл сепрәк менән бәйләп ҡуйҙы.
Инәй китте, ә мин ниндәйҙер еңеллек һиҙҙем. Ғәжәп, бүтән төндәрҙә һыҙланып серем итә алмаған кеше, 12 сәғәт йоҡлаған да ҡуйғанмын. Иртән тороуға аяҡтың шеше бөткәйне тиерлек. Шунан аҙаҡ йүнәлеүгә китте.
Баҡһаң, кешеләр әлеге инәйгә гел дауаланырға йөрөгән. Тик йәшерен рәүештә. Сөнки ул саҡта был тыйыла ине.
Аҙаҡ инәйҙе яҡындары ҡалаға күсереп алып китте. Ә ауылдағы ҡыҙҙары ул белгән тылсымлы көскә эйә түгелдәр ине, сөнки әсәләренән өйрәнеп ҡалмағандар. Шулай ҙа инәй­ҙең балалары һәммәһе үҙ иштәре менән бик килешеп, үҙ-ара татыу, ифрат етеш йәшәне. Тимәк, «сихыр» көсө барыбер үҙенекен иткән.

Наталья ГЛЕБОВА.
Алтай өлкәһе, Кытман ауылы.
«Егерменсе быуат серҙәре» журналынан.

Фото: www.beautyinsider.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: