+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
21 Июнь 2022, 13:00

30 йыл ҡоллоҡтан һуң....

Въетнамда йәшәүсе бер ҡыҙ 30 йыл ҡоллоҡта йәшәгән һәм пандемия мәлендә генә өйөнә ҡайта алған. Ха Тхи Чин 12 йәшлек сағында осраҡлы бер ир менән танышып, Ҡытайға яҡтарына эйәреп киткән.

30 йыл ҡоллоҡтан һуң....
30 йыл ҡоллоҡтан һуң....

Унда барыу менән  теге ир аҡтығы ҡыҙыҡайҙы бер ғаиләгә һатҡан. Яңы “ата-әсәләр”е үҫмерҙе фәхишә булып эшләргә мәжбүр итә. 2020 йылға тиклем, йәғни 42 йәшенә ҡәҙәр ул шулай ҡол булып йәшәгән.

Коронавирус арҡаһында һаҡсылар һаны һиҙелерлек кәмей, һәм был Ха Тхи Чинға 30 йыл ҡоллоҡтан һуң ғаиләһе менән осрашыуға ярҙам итә. Ул нисектер ҡасырға яйын табып, тыуған яғына табан урман аша биш көн бара һәм ниһайәт үҙ иле сигенә килеп етә. Тик өйөнә ҡайта белмәгән, сөнки инде нисә тиҫтә йылдар үткән, юлды хәтерләй алмай. Етмәһә, тыуған телен дә оноттоп бөткән булған. Ярай әле, бәхетенә полицейскийҙар ярҙамға килә. Атаһы Чин ха Ван Хот ҡыҙын күреп, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай шаҡ ҡатып торған. “Полицейскийҙар миңә ҡыҙымдың ҡайтыуын әйткәс, тәүҙә шаярталар тип уйланым. Ә осрашып, ҡосаҡлашҡас, күҙ йәштәремде тыя алманым”, – тип һөйләгән атаһы.

Фото: https://life.ru/p/                                     

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: