+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
1 Июль 2022, 11:00

Ҡытайҙар ниңә һөт эсмәй икән?

Һөттә булған лактозаны – һөт шәкәрен – бөтә кешенең дә организмы ҡабул итмәй. Гиполактазия тип аталған генетик күренеш күпселек Ер халҡына хас. “Аҡ кешеләрҙең” ризыҡ рационы ҡара тәнлеләргә бармай, улар яңы һөт һәм ҡаймаҡ ҡуллана алмай. 

Ҡытайҙар ниңә һөт эсмәй икән?
Ҡытайҙар ниңә һөт эсмәй икән?
Ә бына сыр, эремсек, йогурт, туңдырма, ҡуйыртылған һөт ашарға мөмкиндәр. Шуныһы ҡыҙыҡ, сабый саҡта бер ниндәй сикләүһеҙ һөт эскән кешенең дә, өлкәнәйгәс, уны ҡабул итә алмауы бар.
Гиполактазия башлыса географияға бәйле. Төньяҡ ярымшар халыҡтары уның менән яфаланмай тиерлек. Үҙәк Европа өлөшөндә, Рәсәйҙә ундайҙар һаны 10-20 процент, көньяҡ Европала иһә – 40-70 процент. Африканың малсылыҡ менән шөғөлләнгән халыҡтарында был генетик күренеш 13-23 процент сиктәрендә булһа, игенселек менән көн иткән банту милләтендә 71 процентҡа етә. Тап улар 1968 – 1973 йылда ҡоролоҡтан яфа сигә, әммә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы бушлай килтергән һөттө эсә алмай, сөнки организмдары өсөн был ризыҡ ағыуға тиң була.
Көньяҡ-Көнсығыш Азияла иһә халыҡтың 98 проценты һөт ҡулланмай. Ҡытайҙарҙың 93 проценты уны эсә алмай. Хатта шундай шаяртыу бар: “Ҡытай армияһын сафтан сығарам тиһәң, һалдаттарын һөттә бешерелгән бутҡа менән һыйларға кәрәк. Бер нисә сәғәттән эсәктәр эшмәкәрлеге боҙолоуынан тәгәрәп ятасаҡтар”.
 
Фото: otvet.mail.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: