+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
4 Июль 2022, 12:00

Бер ғаиләнән – 13 футболсы

Бразилиянан был ғаилә бер футбол командаһы төҙөрлөк малайҙар үҫтерә (фото 5 йыл элек төшөрөлгән). Ириней Круз һәм Жусилейда Сильваның 13 улы бар. Әлеге мәлдә уларҙың иң бәләкәйенә – 5 йәш, иң ҙурына – 23 йәш.  (Тағы шуныһы билдәле булды - ғаиләлә 14-се малай ҙа тыуған икән).  

Бер ғаиләнән – 13 футболсы
Бер ғаиләнән – 13 футболсы

Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡлы: бөтәһенә лә Бразилияның һәм донъя­ның танылған футболсыларының исемдәрен ҡушҡандар. Атай менән әсәй ҡыҙ бала тыуыр тип хыяллана, әммә ун өсөнсөһө лә малай була ла ҡуя. Уға Рональдо тип ҡушалар. Робсонға – 23, Рейнаға – 22, Райанға – 20, Рубенсҡа – 19, Ривалдоға – 18, Руанға – 17, Рамонға – 15, Ринконға – 14, Рикельмға – 12, Рамиресҡа – 10, Раиға – 8, Рафаэлгә – 7 йәш. Ғаилә Консейсан-ду-Койте тигән ауылда йәшәй. Өйләнешкәс, ҡыҙ тыуһа – әсәй кеше, малай тыуһа, атай исем ҡуша тип һөйләшеп ҡуйған булалар.

– Футболсылар Ривалдо, Роберто Карлос, Рональдиньо һәм Робиньо уйнағанын һоҡланып ҡарай торғайным. Бер мәл бөтә шәп футболсыларҙың исеме «Р» хәрефенә башлан­ғанына иғтибар иттем. Шунан улдарыма был исемдәрҙе ҡуша башланым, – ти Ириней Круз. Ул балаларының танылған футболсы булып китеүен теләй. Әле ял көндәрендә улдарынан һәм ауыл кешеләренән торған футбол командалары араһында уйындар ойоштороп, үҙе судья була. Еңеүсе команда иһә бүләккә миҙал түгел, ә кәзә йәки бер йәшник тәмлекәс ала.

https://yanshishma.com/articles/bylar-y-y-ly-/2021-10-21/ber-ail-n-n-13-futbolsy-2552732

Фото: dendabra.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: