+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
7 Июль 2022, 16:00

70 йәшендә әсәй булған

Һиндостандың  Гуджарат штатында йәшәүсе 70 йәшлек ҡатын беренсе тапҡыр әсәй булған.

70 йәшендә әсәй булған
70 йәшендә әсәй булған

Дживунбен Рабари һәм уның ире 75 йәшлек Малдхри 45 йыл элек өйләнешкән. Бала һөйөргә теләһәләр ҙә уйҙары тормошҡа ашмаған, Белгестәргә мөрәжәғәт иткәс кенә уларға уңыш йылмайған. Беренсе балалары экстракорпораль аталандырыу ярҙамында тыуған.

Табип Нареш Бханушали һөйләүенсә, дауахана белгестәре ҡатынға һәм уның иренә был йәштә бала табырға һуң тип аңлатырға теләһәләр ҙә, ир менән ҡатын үҙ һүҙҙәрен кире йыҡмаған. “Нәҡ шулай ЭКО ярҙамында бала тапҡан ҡатындар күп беҙҙә, – ти табип. – Ә  әлегеге иң һирәк осраҡтарҙың береһе”.

Шуныһы ҡыҙыҡ, Дживунбен Рабариҙың йәше уның үҙенең һүҙе һәм Һиндостан матбуғаты буйынса ғына билдәле. Сөнки уны аныҡ ҡына раҫлаусы документы юҡ.

Фото: anews.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: