+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
10 Июль 2022, 14:00

Мәйеттәр йөрөймө?

Был хәл үткән быуаттың 90-сы йылдарында булды. Атайым етәк­се­лек иткән гаражда эсер­гә әүәҫ бер ағай (исеме, әйтә­йек, Сәми­ғулла, ти) эшләне. Бер айныҡ көнө юҡ, етмәһә, ҡа­тыны өйгә алып ҡайт­ҡан әйберҙәрҙе һатып эсә.

Мәйеттәр йөрөймө?
Мәйеттәр йөрөймө?

Иренән тамам туйған ҡатын тегене ҡыуып сығара. Сәмиғулла ағай гаражда йәшәй башланы. Эргәлә ге­нә буфет, унда инер өсөн пропуск таптырмайҙар.
Көндәрҙән бер көндө махмурҙан интеккән Сәмиғулла ағай буфетҡа баш төҙәтергә бара. Ул бында күп­тән үҙ кешегә әйләнгән. Ә баш тө­ҙәтеү йәнә иҫереү тигән һүҙ. Ҡыҫ­ҡаһы, ләх була, ҡолап, йән бирә.
Буфетсы Көмөшбикә апай ах та ух килеп “ашы­­ғыс ярҙам” саҡыр­та, ҡай­ғылы хә­бәрҙе еткереү өсөн га­ражға кеше ебә­рә.
Ирҙәр бер килке ҡай­ғы­рышып ултыра ла йы­на­з­аға аҡса йыя. Мәр­хүм­дең ҡатынына ярҙам тәҡ­дим итеү һәм аҡсаны тапшырыу өсөн сапҡын ебә­рә­ләр.
Был ваҡытта Сәмиғул­ла ағай иҫенә килә, лә­кин па­тологтарҙың әллә ни иҫе китмәй, сөнки бындай хәл йыш ҡабат­лана. Уны пси­хиатр­ға күр­һәтәләр, башына бе­рәй нәмә булманымы икән? Тест үтә, бары­һы ла һәйбәт. Сәми­ғулла ағай өйө­нә, йәғни гараж­ға ҡай­тып китә.
Көмөшбикә апай иһә буфетҡа ингән бер ке­ше­гә булып үткән хәлде һөйләй, ҡайғыра, ни тиһәң дә, даими клиент.
Сәмиғулла ағай гаражға инә. Ип­тәштәре ҡайтырға йыйынып йө­рөй. Атайым уларға һорау бирә:
– Мәйеттәр йөрөймө?
– ???
– Ә беҙҙеке инеп килә...
Ирҙәр ирҙәр инде, ғәжәпләнһә­ләр ҙә, көлөшәләр ҙә таралышалар. Сәмиғулла ағай буфетҡа юллана. Көмөшбикә апайҙы йөрәк өйәнәге менән дауаханаға оҙата­лар.
PS. Йыназаға йыйылған аҡса­ны Сәмиғулла ағай ҡатынынан тартып ала. Минең йыназа, тимәк, аҡса ла минеке, йәнәһе.

Р. СЫНБУЛАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: