+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
19 Июль 2022, 16:30

Ниндәй генә кешеләр юҡ донъяла

Финляндияла йәшәүсе тату оҫтаһы, күп балалы әсә 31 йәшлек Александра Йәсминдең тәненә 100-ҙән ашыу тату төшөрөлгән. Һуңғы ваҡытта ул тәнен аҡ төҫтәге һүрәттәр менән ҡапларға теләүен белдергән.

Ниндәй генә кешеләр юҡ донъяла
Ниндәй генә кешеләр юҡ донъяла

Тәүге татуировкаһын ул 18 йәшендә эшләткән һәм шунан алып был шөғөлөнә 17 меңгә яҡын фунт стерлинг аҡса (1,7 миллионға яҡын) тотонған.
Әлеге мәлдә йәш ҡатындың күкрәге, ҡулдары, аяҡтары, арҡаһы һәм янбаштары бесәйҙәр, баш һөйәктәре һүрәттәре, төрлө яҙмалар, биҙәктәр менән ҡапланған. Шул уҡ ваҡытта тәненең ҡайһы бер өлөштәре ҡап-ҡараға буятылған.
“Татуировкаларым үҙемә шул тиклем оҡшай. Тату эшләүсе рәссамдар ҙа күп бит. Хатта тәнемдә урын етмәүе бер аҙ моңһоу ҙа булып ҡуя. Ә уның кешеләргә оҡшау-оҡшамауына ҡарата битарафмын. Кемдәрҙелер ҡыҙыҡтыра, ҡайһылары, киреһенсә, әрләйҙәр. Кешенең йөҙ-ҡифәтенә генә ҡарап, уны бәйәләү дөрөҫ түгел тигән фекерҙәмен. Ә бына уның тәртибе, эске күңеле ҙур әһәмиәткә эйә. Үҙемде бәхетле һанайым ирем һәм балаларым мине нисек бар – шулай ярата, ҡабул итә ”, – ти Йәсмин.
Ҡатындың Инстаграмдағы аккаунтына 170 меңдән артыҡ кеше яҙылған. Өс бала әсәһе даими рәүештә үҙенең ғәҙәти булмаған ҡиәфәтен һүрәтләгән фотоларын урынлаштыра.

Фото: newsae.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: