+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
28 Июль 2022, 16:00

Һеҙгә кем кәрәк: улмы әллә ҡыҙмы?

Киләсәктә бер ғаиләлә лә рәттән биш ҡыҙ йәки биш малай тыумаясаҡ. Японияның Хиросима университеты ғалимдары буласаҡ баланың енесен алдан планлаштырыу өсөн хромосом йыйылмаһын берләштерергә өйрәнгән.

Һеҙгә кем кәрәк: улмы әллә ҡыҙмы?
Һеҙгә кем кәрәк: улмы әллә ҡыҙмы?

Әлегә генетиктар был тәжрибәне сысҡандарҙа ғына үткәреп ҡараған, ләкин ул кешеләргә лә тура киләсәк тип ышандыралар.

XY – ир-аттарҙың хромосом йыйылмаһы, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы – ХХ. Ғалимдар үҙенә бер төрлө матдә ярҙамында Х хромосомдарҙың йөрөшөн яйлатып, Y хромосомдарына йылғырыраҡ булырға мөмкинлек биргән.

Сысҡандарҙың мәнейен шул матдә менән эшкәрткәс, Х хромосомдар Y-ға ҡарағанда һүлпәнәйгән, шуға күрә яһалма аталандырыу мәлендә уларҙы бер-береһенән айырыу анһат ҡына булған. Һөҙөмтәлә Х хромосомдарҙан инә сысҡандар күберәк тыуған, ә йылғыр Y-хромосомдарҙан – ата сысҡандар. Ғалимдар хәҙер был ысулды кешелә лә ҡулланырға уйлай. Әгәр яңы уйлап табылған матдә ир-аттарҙың мәнейенә лә тәьҫир итә ала икән, тимәк, киләсәктә баланың енесен алдан планлаштырыу мөмкин буласаҡ, тиҙәр.

Фото: https://www.pravilamag.ru/     

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: